Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
24 Ноябрь , 10:15

Еңеүселәр араһында беҙҙекеләр ҙә бар

“Ерем минең – Рәсәй” милли премияһына конкурс йыл һайын уҙғарыла.

agriculture.bashkortostan.ru Еңеүселәр араһында беҙҙекеләр ҙә бар
Еңеүселәр араһында беҙҙекеләр ҙә барФото:agriculture.bashkortostan.ru

Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, ике Башҡортостан вәкиле Рәсәй киң мәғлүмәт саралары, авторҙар, блогерҙар һәм фотохәбәрселәр өсөн йыл һайын үткәрелгән “Ерем минең – Рәсәй” милли премияһында 14 еңеүсе иҫәбенә инде.

“Үҫеш үҙәктәре” номинацияһында Башҡортостан юлдаш телевидениеһының “Был минең һөнәрем” тапшырыуы иң яҡшыһы тип танылды. Программа редакцияһы ауыл колледждары һәм аграр тармаҡта кәрәкле һөнәрҙәр тураһындағы тапшырыуҙар шәлкемен сығарған. Уның геройҙары – механизаторҙар, зоотехниктар, ветеринарҙар, умартасылар.

Конкурстың йәнә бер еңеүсеһе – Бүздәк районынан Айҙар Кәлимуллин. Ул “Блогосфера” номинацияһында иң яҡшыһы тип билдәләнде. Айҙар ғаиләһе менән Бүздәк районының Кәпәй-Ҡобау ауылында йәшәй, үҙ хужалығы бар. Социаль селтәрҙәге сәхифәһендә ул ауыл тормошон таныта.

Мәғлүм булыуынса, “Ерем минең – Рәсәй” милли премияһына конкурсты йыл һайын илдең Ауыл хужалығы министрлығы ойоштора. Быйыл унда ҡатнашыуға 500-ҙән ашыу ғариза тапшырылған. Конкурстың маҡсаты – фермерҙарҙың хеҙмәтен танытыу, тарихи-мәҙәни ҡиммәттәрҙе һаҡлау, агросәнәғәтте һәм ауыл биләмәләрен үҫтереүҙең иң яҡшы тәжрибәләрен асыҡлау.

Сығанаҡ: agriculture.bashkortostan.ru

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас в