Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
25 Ноябрь 2022, 12:50

Баҡсасылар ярҙамһыҙ ҡалмаясаҡ

Юлдар, электр уты, һыу үткәреү һәм башҡа мәсьәләләрҙе хәл итеүгә аҡса бүленә.

Баҡсасылар ярҙамһыҙ ҡалмаясаҡ
Баҡсасылар ярҙамһыҙ ҡалмаясаҡ

Быйыл төбәк ҡаҙнаһынан баҡсасылыҡ һәм коммерцияға ҡарамаған баҡсасылыҡ берләшмәләр инфраструктураһын төҙөкләндереүгә 50 миллион һум аҡса бүленгән.

— Баҡса участкаларын инфраструктура менән тәьмин итеү проблемаһы әлеге ваҡытта ярайһы уҡ киҫкен булып тора. Был йәһәттән үҙегеҙҙе һәм ғаиләгеҙҙе сифатлы продукция менән тәьмин итеп кенә ҡалмай, уны һатыуға сығарып, килем алыу мөмкинлек биргән был мәсьәләне хәл итеү буйынса сараларҙы системалы әҙерләргә кәрәк», — тине Башҡортостан Хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары һәм финанс министры Лира Иғтисамова.

Аҡса проект-смета документацияһын эшләүгә, дәүләт экспертизаһын үткәреүгә, комплекслы кадастр эштәрен башҡарыуға, ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарҙы туплау өсөн майҙансыҡтар ойоштороуға, шулай уҡ эске инфраструктура объекттарын: һыу һәм газ менән тәьмин итеү системаларын, эске юлдарҙы төҙөүгә, реконструкциялауға һәм ремонтлауға тотоноласаҡ.

 

Фото Башҡортостандың финанс министрлыҡы сайтынан алынды.

Автор:Лилия Нуретдинова
Читайте нас: