Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә "Ростех" дәүләт корпорацияһына ҡағылышлы яҙмаһы менән уртаҡлашты.
"Башҡортостанда "Ростех" дәүләт корпорацияһына ингән 13 предприятие эшләй. Улар - беҙҙең сәнәғәттең нигеҙе, етештергән продукциялары менән дә ғорурланабыҙ. Улар араһында "ОДК-УМПО" асыҡ акционерҙар йәмғиәте, Өфөнөң "Гидравлика" агрегат предприятиеһы, "Станок эшләү", “Прогресс” етештереү берекмәләре һәм башҡалар бар. Был предприятиеларҙа 45 меңләп халыҡ эшләй, улар двигателдәр, вертолеттар, радиоэлектроника, автобустар, станоктар, меңәрләгән деталь, приборҙар етештерә.
Бөгөн “Ростех” дәүләт корпорацияһын һәм шәхсән Сергей Викторович Чемезовты дәүләт корпорацияһының 15 йыллығы менән ҡотлау - ҙур мәртәбә.
Республикабыҙ менән “Ростех” араһында ышаныслы партнерлыҡ мөнәсәбәттәре булдырылған. Беҙҙең ведомство-ара комиссия сиктәрендә инвестиция проекттарына, етештереү ҡеүәттәренә, импортҡа алмашҡа, квалификациялы кадрҙар әҙерләүгә ҡағылышлы һәм башҡа күп мәсьәләләрҙе хәл итәбеҙ. Был беҙҙең хеҙмәттәшлек өсөн ныҡлы нигеҙ һәм уны артабан да үҫтерәсәкбеҙ.
“Ростех” дәүләт корпорацияһы етәкселеген, был предприятиела эшләгәндәрҙе юбилей менән ҡотлайым! Уңыштар юлдаш булһын!" - тиелә яҙмала.
Фото Башҡортостан Башлығы сәхифәһенән.