Башҡортостандың Финанс министрлығы киң мәғлүмәт сараларында һәм социаль медиаларҙа “Аҡса тураһында – ябай итеп” финанс белемлеге темаһын иң яҡшы яҡтыртыуға конкурс уҙғарыу тураһында хәтергә төшөрә. Ойоштороусылар булып республиканың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, Финанс министрлығы, Рәсәй Банкының Башҡортостан буйынса Милли банкы-бүлексәһе, республиканың Кредит һәм финанс ойошмалары ассоциацияһы, Башҡортостан Журналистар союзы сығыш яһай.
– Конкурстың маҡсаты – йәмәғәтселектең иғтибарын финанс белемлеге мәсьәләләренә йәлеп итеү, граждандарҙың хәүефһеҙлеген тәьмин итеү һәм мутлыҡты иҫкәртеү өсөн уның кимәлен күтәреү, – тип билдәләне Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – финанс министры Лира Иғтисамова.
Конкурсҡа 2022 йылдың 1 ғинуарынан 2022 йылдың 1 декабренә тиклем донъя күргән һәм эфирға сыҡҡан материалдар 2022 йылдың 15 декабренә тиклем ҡабул ителә.
Унда ҡатнашыуға республикалағы бөтә киң мәғлүмәт саралары (телевидение, радио, интернет-ресурстар, матбуғат баҫмалары) журналистары, шул иҫәптән штаттан тыш хәбәрселәр, блогерҙар һәм кәмендә өс мең яҙылыусыһы булған телеграм-каналдар авторҙары саҡырыла.
Конкурс түбәндәге номинациялар буйынса үтә:
- “Республиканың баҫма киң мәғлүмәт сараларында финанс белем темаһын иң яҡшы яҡтыртыу”;
- “Район һәм ҡаланың баҫма киң мәғлүмәт сараларында финанс грамоталылыҡ темаһын иң яҡшы яҡтыртыу”;
- “Телевидениела һәм радиола финанс грамоталылыҡ темаһын иң яҡшы яҡтыртыу”;
- “Интернет-киң мәғлүмәт саралары араһында финанс грамоталылыҡ темаһын иң яҡшы яҡтыртыу”;
- “Блог өлкәһендә финанс белеме темаһын иң яҡшы яҡтыртыу”.
Һәр номинацияла өсәр еңеүсе билдәләнә – беренсе, икенсе һәм өсөнсө урын.
Конкурс материалдары түбәндәге тематик йүнәлештәргә тап килергә тейеш: шәхси һәм ғаилә бюджетын файҙаланыу, финанс хеҙмәттәрен һәм инструменттарын файҙаланыу, страховкалау, инвестициялар, финанс баҙарында мутлашыуға ҡаршы тороу, киберхәүефһеҙлек, финанс баҙарын һанлаштырыу һәм инновациялы сервистар, финанс хеҙмәттәре менән ҡулланыусыларҙың хоҡуҡтарын яҡлау, ҡулдағы аҡса әйләнеше, һалымдар, пенсиялар, шулай уҡ үҙмәшғүлдәрҙең, бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ вәкилдәренең финанс белемен арттырыу.
Конкурсҡа реклама материалдары, фәнни мәҡәләләр индерелмәй.
Конкурста ҡатнашыу өсөн билдәләнгән форма буйынса заявка тултырырға һәм уны конкурс материалдары менән бергә ебәрергә кәрәк, электрон почта адресы: [email protected].
Еңеүселәрҙе 2023 йылдың ғинуарында Рәсәй Федерацияһының Матбуғат һәм мәғлүмәт хеҙмәткәрҙәре көнөн байрам иткәндә бүләкләйҙәр. Еңеүселәргә дипломдар, ҡиммәтле бүләктәр (сертификаттар) тапшырыла.
Фото һәм текст сығанағы: https://pravitelstvorb.ru/news/19564/