Башҡортостандың агросәнәғәт комплексына ингән бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ ойошмалары йыл һайын 600 миллион һум самаһы дәүләт ярҙамы ала тип белдерҙе Башҡортостан Хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары — ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов "Беҙҙең бренд" VI махсуслаштырылған күргәҙмәһе сиктәрендә үткәрелгән «Кооперативтарҙың уңышлы эше» сессияһы барышында.
- Ярҙам башлыса «Агростартап», «Агротуризм», «Ғаилә фермаһы», шулай уҡ кооперативтарҙы субсидиялау федераль программалары сиктәрендә бирелә. Тәү сиратта уңышлы үҫешкән һәм артабан эшен киңәйтергә теләгән хужалыҡтарға - өҫтөнлөк. Бөгөн республикала әҙер аҙыҡ-түлек етештереү үҫеше йәһәтенән иҡтисадтың был өлкәһенә ҙур өмөттәр бағлана, - тине Илшат Илдус улы.
Илшат Фәзрахманов үҙенең сығышында ауыл хужалығы кооперативтарының тармаҡты үҫтереүҙә генә түгел, уларҙың ауылдарҙы һаҡлап ҡалыуҙағы ролен дә баһалап китте.
- Башланғыс төбәктә ауыл хужалығы тармағындағы хеҙмәттәшлекте үҫтереү башланғысы кешеләр, фекерҙәштәрҙе берләшеп, бергә аҡса эшләһен, ауылды үҫтерһен тигән маҡсатты күҙ уңында тотто. Был тәү сиратта ауылдарҙы һаҡлауға нигеҙ булып тора. Бөгөн республикала миҫал булырҙай, уңышлы кооперативтар бихисап. Уларҙың һаны 400-гә етте, – тине министр.
Фото һәм мәғлүмәт сығанағы Башҡортостан Хөкүмәте сайты.