Башҡортостандың Сауҙа-сәнәғәт палатаһы менән “Газпромбанктың электрон сауҙа майҙансығы” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте араһында хеҙмәттәшлек тураһында килешеү төҙөләсәк.
14 – 17 декабрҙә Өфөлә уҙғарыласаҡ “Халыҡ-ара бизнес аҙналығы-2022” форумында Башҡортостандың Сауҙа-сәнәғәт палатаһы менән “Газпромбанктың электрон сауҙа майҙансығы” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте араһында хеҙмәттәшлек тураһында килешеү төҙөләсәк.
Ике яҡ та эшҡыуарлыҡты үҫтереү өсөн шарттар тыуҙырасаҡ, шулай уҡ һатып алыуҙар өлкәһендә бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡҡа ярҙам итеү маҡсатында дәүләт һәм коммерция һатып алыуҙарының сауҙа майҙансыҡтары өсөн эш ҡоралдарын, шулай уҡ импортты алмаштырыу сервистарын камиллаштыра барасаҡ.
“Төп бурыс – ике яҡтың да дәүләт һәм коммерция һатып алыуҙарының мәғлүмәт системаларын интеграциялау. Был иһә Сауҙа-сәнәғәт палатаһының ҡулланыусыларына “бер тәҙрә” аша эш итеү мөмкинлеге бирәсәк”, – ти “Газпромбанктың электрон сауҙа майҙансығы” йәмғиәтенең корпоратив клиенттар һәм дәүләт корпорациялары менән эш итеү йүнәлештәре етәксеһе Александр Гаврилов.
Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайтынан.