«UzAgroExpo-2022 Ауыл хужалығы» Халыҡ-араVII күргәҙмәһенең беренсе көнөндә Башҡортостан вәкиле 100 миллион һумлыҡ килешеүгә. Был турала Башҡортостандың тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министры Маргарита Болычева хәбәр итте.
— Күргәҙмәнең беренсе көнөндә компаниялар Үзбәкстан, Ҡаҙағстан, Төркмәнстан, Төркиә, Герамания, Иран партнерҙары менән 30-ҙан ашыу осрашыу үткәрҙе. Халыҡ-ара партнерҙар республиканың ауыл хужалығы тауарҙары менән ҡыҙыҡһынды, — ти Маргарита Болычева.
Үзбәкстанда үткән ауыл хужалығы күргәҙмәһендә Башҡортостандан биш етештереүсе ҡатнашты: В.В. Хазиева крәҫтиән (фермер) хужалығы умартасылыҡ продукттарын, “Дуҫтар” сауҙа йорто ауыл хужалығы һәм һөт эшкәртеү продукттарын, А.Р Минһажева ауыл хужалығы продукцияһы һәм умартасылыҡ продукттарын, ҙур һәм түбән етештереүсәнлекле һыу әйләнеше системаһы менән «Заманса нефть» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте, «Профтехника» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте иген культуралары һәм уларҙы эшкәртеү продукцияһын тәҡдим итте.
Башҡортостан стендын Үзбәкстан Республикаһы ауыл хужалығы министры урынбаҫары Алишер Тураев һәм Үзбәкстанда Рәсәйҙең сауҙа вәкиле Константин Злыгостев ҡарап сыҡты.
Мәғлүмәт һәм фото сығанағы Башҡортостан Хөкүмәте сайты.