26 ноябрҙә, ВДНХ-ЭКСПО комплексында барған “Беҙҙең бренд” махсуслаштырылған күргәҙмәһенең һуңғы көнөндә, “Беҙҙең Бренд. Халыҡ таныуы” www.нашбренд.рф һәм “Беҙҙең бренд” тигән иң яҡшы продуктҡа конкурс еңеүселәрен бүләкләү булды.
Тауыш биреү 31 октябрҙән 22 ноябргә тиклем барҙы. Конкурста республикабыҙҙың 24 муниципаль берәмегенән 54 бренд, 123 етештереүсе ҡатнашты. 2021 йылда 116 мең тауыш бирелгән, быйыл - 270 меңдән ашыу. Һөҙөмтәләр буйынса Шишмә емеш-еләк питомнигы, шәхси эшҡыуар Илнур Әхтәм улы Сабирйәнов һәм “Бай” ауыл хужалығы етештереү кооперативы еңеүсе булды. Бүләкләү тантанаһында Башҡортостан ауыл хужалығы министры урынбаҫары Юрий Лысов һәм Башҡортостан күргәҙмәләр компанияһы генераль директоры Альбина Килдеғолова ҡатнашты.
– Быйыл ҡатнашыусылар һәм тауыш биреүселәр һаны артыуы бик ҡыуаныслы. Был конкурсты киләһе йылдарҙа ла үткәрергә планлаштырабыҙ, сөнки халыҡ үҙ брендтарын хуплай. Оайондарға иһә был әлеге яңы кимәлгә сығырға мөмкинлек бирә, – тип билдәләне Юрий Лысов һәм аҙыҡ-түлек етештереүселәрҙе йәрминкәләрҙә тағы ла әүҙемерәк ҡатнашырға саҡырҙы.
“Беҙҙең бренд” конкурсы йомғаҡтары буйынса экспозицияла ҡатнашыусыларға ете Гран-при, 35 алтын, ун көмөш һәм биш бронза миҙал тапшырылды. “Үҙәк” ауыл хужалығы етештереү кооперативы, “Рәсәй һөт комбинаты” компаниялар төркөмө” акционерҙар йәмғиәте, Стәрлетамаҡ һөт комбинаты филиалы, “Өфө ит-консерва комбинаты” акционерҙар йәмғиәте, “Боска-Рус” ябыҡ акционерҙар йәмғиәте, шәхси эшҡыуар Л.В. Байдимирова, “Турбаҫлы бройлерҙары” акционерҙар йәмғиәте, “Мәсәғүт һөт-консерва комбинаты” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте Гран-при яуланы.
– Конкурстың ауыл хужалығы етештереүселәренә, айырыуса йәштәргә, үҙ продукты тураһында белдереү мөмкинлеге биреүе һәйбәт. Хужалығыбыҙ сағыштырмаса йәш, аттар үрсетеү, ҡымыҙ эшләү менән шөғөлләнәбеҙ. Хәләл продукция етештереүебеҙгә бер йыл, – тине крәҫтиән (фермер) хужалығы етәксеһе Фирҙәүес Хәлимов. – Тәүге тапҡыр конкурста ҡатнашып, 1-се дәрәжә диплом һәм алтын миҙал менән билдәләндем. Был, ысынлап та, яңы офоҡтарҙы яуларға дәртләндерә. Шулай уҡ конкурс ошо йүнәлештә үҫеш өсөн ныҡлы бәйләнештәр булдырырға мөмкинлек бирә.
Башҡортостан күргәҙмә компанияһының генераль директоры Альбина Килдеғолова конкурста ҡатнашыусыларҙың барыһына ла рәхмәт белдерҙе һәм быйыл ярыштарҙың көсөргәнешле булыуын билдәләне. Сарала башҡа төбәктәрҙән дә етештереүселәр ҡатнашыуы яҡшы, сара һәр кемгә үҙ продукцияһын танытырға һәм яңы кешеләр менән бәйләнеш булдырырға мөмкинлек бирә, тине ул.
Фото: Ауыл хужалығы министрлығы.