25 ноябрҙә Мәскәүҙә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров "Ростех" дәүләт корпорацияһының 15 йыллығы уңайынан тантаналы сарала ҡатнашты. Унда Рәсәй Президенты Владимир Путин сығыш яһаны.
– Мөһим дата уңайынан һеҙҙе һәм барлыҡ хеҙмәттәштәрегеҙҙе, тәү сиратта эшселәрҙе, оҫталарҙы, ғалимдарҙы, инженерҙарҙы, конструкторҙарҙы, һынаусыларҙы – "Ростех" предприятиеларының тотош хеҙмәт коллективтарын ҡотлайым, – тине Владимир Путин. – Илебеҙ иҡтисадының ошондай ҡеүәтле индустриаль флагманын булдырыу, финанс, идара итеү ресурстарын туплау тураһындағы ҡарар үҙен тулыһынса аҡланы.
Дәүләт башлығы хәҙерге геосәйәси саҡырыуҙар шарттарында предприятиелар эшенең өҫтөнлөклө йүнәлештәрен билдәләне.
– Беҙҙең Ҡораллы Көстәрҙең, тәү сиратта махсус хәрби операция үткәреүгә йәлеп ителгән частарҙың һәм подразделениеларҙың ихтыяжын тулыһынса тәьмин итеү өсөн барыһын да эшләү бөгөн төп бурыс булып тороуын яҡшы аңлайһығыҙҙыр тип ышанам, – тине Владимир Путин. – Һис шикһеҙ, "Ростех"тан микроэлектроника һәм электрон компонент базаһы, авиатөҙөлөш, бишенсе быуын элемтә селтәрҙәре өсөн ҡорамалдар кеүек өлкәләрҙә иҡтисадыбыҙҙы үҫтереү өсөн мөһим булған, импортҡа бәйлелекте бөтөрөүсе кешеләрҙең хәҙерге йәшәү сифатын билдәләгән бөтә өлкәләрҙә лә илебеҙ юғары технологиялы ҡарарҙарын һөҙөмтәлерәк эҙләү, ғәмәлгә ашырыу һәм алға ебәреүҙе көтәм.
Төбәк етәксеһе холдингтың генераль директоры Сергей Чемезовты, "Ростех"тың идара итеү командаһын, шулай уҡ дәүләт корпорацияһы структураһына ингән предприятиелар коллективтарын мөһим дата менән ҡотланы.
Башҡортостан Башлығы республиканың “Ростех” менән үҙ-ара һөҙөмтәле эш итеүен билдәләне, был төбәк сәнәғәтенең тотороҡло үҫешен тәьмин итә.
– "Ростех" – бик мөһим, беҙгә яҡын корпорация. Бөгөн уның ҙур ғаиләһенә 13 республика предприятиеһы инә, уларҙың продукцияһы менән беҙ ғорурланабыҙ. Улар – авиадвигателдәр, вертолеттар, радиоэлектроника, автобустар һәм башҡа автомобиль техникаһы, станоктар, меңдәрсә төрлө деталдәр һәм приборҙар. Быларҙың барыһын да ҙур армия – 45 мең иң яҡшы белгес булдыра, – тине Радий Хәбиров. – "Ростех" – беҙҙең мөһим партнерыбыҙ. Мин һеҙгә, Сергей Викторович, һәм бөтә дәүләт корпорацияһы командаһына ошондай ныҡлы дуҫлыҡ, ышаныслылыҡ, пландарыбыҙҙы, башланғыстарыбыҙҙы хуплағанығыҙ өсөн рәхмәтлемен.
Белешмә:
"Ростех" дәүләт корпорацияһы 2007 йылда граждандар һәм хәрби тәғәйенләнеште юғары технологиялы сәнәғәт продукцияһын әҙерләүҙә, етештереүҙә һәм сит илдәргә оҙатыуға булышлыҡ итеү өсөн ойошторолған. Корпорация составында - 800-ҙән ашыу ғилми һәм етештереү ойошмаһы.
Башҡортостан биләмәһендә Ростех структураһына ингән 13 предприятие эшләй. Улар – “Берләшкән двигателдәр эшләү корпорацияһы - Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе” асыҡ акционерҙар йәмғиәте, “КумАПП” акционерҙар йәмғиәте, “Гидравлика” Өфө агрегат етештереү предприятиеһы” акционерҙар йәмғиәте, “Станоктар эшләү” ғилми-етештереү берекмәһе” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте, “БелЗАН” акционерҙар йәмғиәте, “Прогресс” Башҡортостан етештереү берекмәһе, “Технология һәм производствоны ойоштороу институты” акционерҙар йәмғиәте, “Өфө агрегат етештереү берекмәһе” акционерҙар йәмғиәте, “Өфө “Молния” фәнни-етештереү предприятиеһы” акционерҙар йәмғиәте, “Өфө приборҙар эшләү производство берекмәһе” акционерҙар йәмғиәте, “Витязь” машиналар эшләү компанияһы” акционерҙар йәмғиәте, “НефАЗ” асыҡ акционерҙар йәмғиәте, “Туймазы бетон ташыу машиналары заводы” асыҡ акционерҙар йәмғиәте.
Башҡортостан Башлығының 2020 йылдың 7 февралендәге бойороғо менән республиканың Ведомство-ара комиссияһы һәм Ростех дәүләт корпорацияһы ойошторолдо.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.