“Башҡортостан аҙыҡ-түлектәре” проекты дипломанттары үҙ продукцияһын федераль һәм республика кимәлендәге сауҙа селтәрҙәре кәштәләрендә тәҡдим итеү мөмкинлеген арттырҙы. 24 ноябрҙә сауҙа һәм һатып алыу конференцияһы барышында продукцияны ташыу тураһындағы килешеүҙәргә ҡул ҡуйылды. Унда республикалағы 150-нән ашыу вәкил ҡатнашты. Айырым алғанда, дипломанттар продукцияһын “Магнит”, “Лукошко”, “Everyday”, “Пятерочка” сауҙа селтәрҙәре кәштәләрендә табып буласаҡ. Сауҙа селтәрҙәренә ҡушылыу процедураһы атҡарылғас, проектта ҡатнашыусылар был сауҙа селтәрҙәре магазиндарына икмәк-булка һәм кондитер продукцияһын, һөт аҙыҡ-түлектәрен, ит ярымфабрикаттарын, колбаса, йәшелсә ташый аласаҡ, тип хәбәр итә Башҡортостан Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте.
- Сауҙа һәм һатып алыу конференцияһы – үҙ-ара ҡулайлы мөнәсәбәттәр булдырыу өсөн майҙансыҡ. Ритейл вәкилдәре хеҙмәттәшлек итергә әҙер, сөнки республика етештереүселәре продукцияһы ҙур һорау менән файҙалана, халыҡтың сифатлы, хәүефһеҙ, һатып алырлык продукцияға ихтыяжын ҡәнәғәтләндерә ала, - тине республиканың сауҙа һәм хеҙмәттәр министры Алексей Гусев.
Текст: pravitelstvorb.ru/news/;
Фото: productrb.ru.