Башҡортостандағы был хәлдең сәбәбен “һһ.ru” агентлығы аңлата
Республикала вакансиялар һаны октябрҙә алдағы ай менән сағыштырғанда 1,3 процентҡа артҡан һәм, “һһ.ru” агентлығы аңлатыуынса, хеҙмәткәрҙәргә мохтажлыҡ нигеҙҙә ирҙәр эшләгән өлкәләрҙә ҙурайған. Рәсәй буйынса алғанда, хәл киреһенсә: персоналға ихтыяж бер айҙа 0,9 процентҡа кәмегән.
Айырым алып ҡарағанда, спорт клубтарында вакансиялар һаны үткән айҙа 10,4 процентҡа, мәғлүмәт технологиялары һәм интернет өлкәһендә – 4,2 процентҡа, автомобиль һатыуҙа – 3,8 процентҡа, транспорт һәм логистикала 2,4 процентҡа артҡан.
Фото: yandex.ru.