Яңы донъя баҙарҙарын үҙләштереү маҡсатында Башҡортостандың экспортҡа ярҙам үҙәге алты электрон майҙансыҡты үҙләштерҙе.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: сит илдәр менән электрон сауҙаны үҙләштереү мәсьәләлере былтырғы Халыҡ-ара бизнес аҙлағында тикшерелгәйне. “Халыҡ-ара бизнес аҙналығы-2022” форумы 14 – 17 декабрҙә Өфөлә уҙасаҡ.
Улар – Ecasb.com (Иран), Amazon.com.tr (Төркиә), Lazada (Тайланд), Lesprom Network (Азия, Африка һәм Яҡын Көнсығыш илдәре), Woodresource.com (Яҡын Көнсығыш һәм Азия илдәре, Ҡытай, БДБ).
“Беҙҙең экспортҡа ярҙам үҙәге халыҡ-ара сауҙа майҙансыҡтарында тауар һатыуҙы арттырыу буйынса эш башҡара. 2020 йылдан алып “Экспортерҙың һанлы паспорты” проектын тормошҡа ашырабыҙ, уның сиктәрендә 104 бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекты үҙ паспортына эйә булды ла инде”, – ти Башҡортостандың тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министры Маргарита Болычева.
Өфөлә 14-17 декабрҙә үтәсәк “Халыҡ-ара бизнес аҙналығы-2022” форумында ла Экспортҡа ярҙам үҙәге үткәргән саралар республика компанияларының халыҡ-ара баҙарға сығыуына ярҙам итеүгә бағышланасаҡ.
Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайтынан.