28 ноябрҙә Ырымбурҙа Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Ырымбур өлкәһе губернаторы Денис Паслер менән осрашты. Улар төбәк-ара хеҙмәттәшлекте нығытыу, шул иҫәптән транспорт һәм юл инфраструктураһын үҫтереү мәсьәләләрен тикшерҙе.
– Өфө менән Ырымбур араһында тимер юл бәйләнеше яҡшы темптар менән үҫешә. Пассажирҙарға “Орлан” заманса һәм уңайлы поезы бик оҡшай. Был шул иҫәптән эшҡыуарлыҡты һәм туризмды үҫтереүгә булышлыҡ итә, – тине Радий Хәбиров.
Ырымбур өлкәһе губернаторы Денис Паслер иҡтисадтың һәм социаль өлкәнең төрлө тармаҡтарында Башҡортостан менән хеҙмәттәшлекте үҫтереүҙең яҡшы потенциалын билдәләне.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.