7 декабрҙә Өфөләге “ВДНХ ЭКСПО” күргәҙмәләр комплексында төҙөлөштәге мәғлүмәт технологиялары буйынса конференция уҙғарыласаҡ.
Сарала Дәүләт күҙәтеүе һәм Дәүләт экспертизаһы дәүләт комитеттары, мәғлүмәт моделдәре технологияларын эшләүселәр ҡатнашасаҡ. Был моделдәр капиталь объекттар төҙөлөшөнөң барлыҡ этаптарында ҡулланыла. Йыйынды “Башҡортостан төҙөүселәре” үҙидара ойошмаһы республиканың Төҙөлөш һәм архитектура министрлығы ярҙамында ойоштора.
“Конференцияның тематикаһы көнүҙәк һәм әһәмиәтле. Сара төҙөүселәргә лә, техник заказсыларға һәм проект ойошмалары белгестәренә лә ҡыҙыҡлы буласаҡ”, – ти Башҡортостандың төҙөлөш һәм транспорт министры вазифаһын башҡарыусы Егор Родин.
Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайтынан.