Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
28 Ноябрь 2022, 20:30

Юл буйы сервисы яҡшырһын өсөн

Был йәһәттән Волга буйы федераль округында дүртенсе урындабыҙ.

Юл буйы сервисы яҡшырһын өсөн
Юл буйы сервисы яҡшырһын өсөн

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә юл буйы сервисы үҫеше тураһында яҙма менән уртаҡлашты.

"Профилле ведомстволар  һәм муниципалитеттар башлыҡтары менән республикала юл буйы сервисы үҫеше буйынса эш һөҙөмтәләре барланды. Туғыҙ ай эсендә 33 районда юл буйы сервисының 80 яңы объектын файҙаланыуға тапшырҙыҡ, 41 районда быға тиклем булған 108 объектты яңырттыҡ. Дүртенсе кварталда тағы ла 54 объектты файҙаланыуға тапшырыу һәм 47 объектты төҙөкләндереү планлаштырыла.

Ҡуйылған бурысты үтәү маҡсатында барлыҡ муниципалитет башлыҡтарына объекттарҙы файҙаланыуға тапшырыу өсөн эшҡыуарҙарға мөмкин тиклем күберәк ярҙам итергә ҡуштым. Берҙәм көс менән барлыҡ автомобилселәр өсөн уңайлы шарттар тыуҙырырбыҙ. Бөгөн был бигерәк тә көнүҙәк, сөнки Башҡортостанда эске туризм әүҙем үҫешә.

Туғыҙ ай эсендә республикаға туристар ағымы 1,5 миллион тирәһенә етте. Волга буйы федераль округында беҙ дүртенсе урында. Туризм өлкәһендә күрһәтелгән түләүле хеҙмәттәрҙең дөйөм суммаһы туғыҙ миллиард һумдан ашты. Был дөйөм Рәсәй күрһәткестәренән 1,5 тапҡырға күберәк. Динамика юл буйы инфраструктураһы үҫеше өсөн яңы мөмкинлектәр тыуҙыра", - тип яҙҙы Андрей Назаров.

Фото: Андрей Назаровтың шәхси сәхифәһе.

Юл буйы сервисы яҡшырһын өсөн
Юл буйы сервисы яҡшырһын өсөн
Юл буйы сервисы яҡшырһын өсөн
Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас: