Республика Рәсәйҙең программалы тәьминәте лицензияларын һатып алыу буйынса иң алдынғы 10 төбәк исемлегенә инде.
14 - 17 декабрҙә Өфөлә "Халыҡ-ара бизнес аҙналығы-2022" үткәреләсәк.
Бер йыл элек республиканың дәүләт идараһын һанлы үҫтереү министры Геннадий Разумикин, “Халыҡ-ара бизнес аҙналығы-2021” форумында һанлы трансформация һәм IT-тармаҡты үҫтереү мәсьәләләре буйынса түңәрәк өҫтәлдә сығыш яһап, бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарының тәүге бер мең программа продуктын һатып алыуы тураһында һөйләгәйне.
“Быйыл Башҡортостандың программалы тәьминәт алыу һаны буйынса тәүге ун төбәк исемлегенә инеүе Ватан программалы продукттарына ихтыяж булыуы тураһында һөйләй. Әйткәндәй, республикала уларҙы хәҙер ҙур ойошмалар ҙа ала”, – тине министр.
Быйылғы өсөнсө квартал мәғлүмәттәренә ҡарағанда, Башҡортостанда Рәсәйҙә етештерелгән һәм офистар өсөн тәғәйенләнгән 8 399 берәмек программа алынған.
Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайтынан.