Иҡтисад
29 Ноябрь 2022, 15:00

Иран менән хеҙмәттәшлек киңәйә

Мирзаи Ғаэи әфәнде Көнсығышта һатып алыусылар эҙләү үҙенсәлектәре һәм Иранда бизнес алып барыу тураһында һөйләйәсәк.

Иран менән хеҙмәттәшлек киңәйәИран менән хеҙмәттәшлек киңәйә
Иран менән хеҙмәттәшлек киңәйә

Башҡортостан Сауҙа-сәнәғәт палатаһының Ирандағы вәкиле Мирзаи Ғази Аббас Мөслим Өфөләге халыҡ-ара бизнес аҙнаһында ҡатнашасаҡ.

Ул Рәсәй экспорт үҙәгенең Башҡортостан  экспортына ярҙам итеү үҙәге менән ойошторолған милли магазиндар буйынса сессияһында спикер сифатында сығыш яһаясаҡ. Мирзаи Ғаэи әфәнде Көнсығышта һатып алыусылар эҙләү үҙенсәлектәре һәм Иранда бизнес алып барыу тураһында һөйләйәсәк.

Башҡортостан Сауҙа-сәнәғәт палатаһы Иран Ислам Республикаһы менән әүҙем хеҙмәттәшлек итә. Ноябрҙә Тегеранда Рәсәй Сауҙа-сәнәғәт палатаһы Президенты Сергей Катырин етәкселегендә Рәсәй бизнесмендарының бизнес-миссияһы үтте. Делегация составына йөҙ кеше, 80 компания вәкиле инде, шул иҫәптән Башҡортостандан да. Бизнес-миссия алдынан республиканың Сауҙа-сәнәғәт палатаһы президенты Тимур Хәкимов Мәскәүҙә Мирзаи Ғази әфәнде менән осрашыу үткәрҙе. Яҡтар Иранда бизнес өсөн мөмкин булған осрашыуҙар тураһында фекер алышты, иҡтисадтың төрлө тармаҡтарында хеҙмәттәшлек буйынса емешле һөйләшеүҙәр алып барҙы.

Тегеранда делегация ағзаларының Иран Сауҙа, сәнәғәт, шахталар һәм ауыл хужалығы палатаһы президенты Голам Хосейн Шафеи, Иран Ислам Республикаһының сәнәғәт, шахталар һәм сауҙа министры, ауыл хужалығы министры менән осрашыуҙар, шулай уҡ Рәсәй - Иран бизнес форумы үтте.

2021 йылда Иран Ислам Республикаһы Башҡортостандың тышҡы сауҙа әйләнешендә унынсы урынды алды. Быйыл да ярты йыл эсендә ыңғай динамика күҙәтелә. Экспорт 53,5 процентҡа артҡан, ә импорт былтырғы ошо осор менән сағыштырғанда 46 тапҡырға юғарыраҡ.

Фото: Traveltimes.ru

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас