Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
30 Ноябрь 2022, 19:30

25 эш урыны булдырыласаҡ

Төбәктең Үҫеш корпорацияһы менеджерҙарынан - яңы инвестиция тәҡдиме.

25 эш урыны булдырыласаҡ
25 эш урыны булдырыласаҡ

Төбәктең Үҫеш корпорацияһы менеджерҙары тарафынан беркетеү изделиеларын етештереүҙе күҙ уңында тотҡан яңы инвестиция тәҡдиме әҙерләнгән.

Уның төп маҡсаттарының береһе булып Рәсәй баҙарында импорт тауарын алмаштыра алырҙай продукция етештереүсе предприятие асыу тора. Кейста тәҡдим ителгән иҫәптәр буйынса, проектты тормошҡа ашырыу өсөн инвестициялар күләме 202,7 миллион һум тәшкил итәсәк, 25 яңы эш урыны булдырыласаҡ.

"Предприятиены "Алға" махсус иҡтисади зонаһында урынлаштырырға тәҡдим итәбеҙ. Бында инвестор Махсус иҡтисади зона резиденттарына гарантияланған махсус преференцияларҙы файҙаланып, төрлө метиз изделиелары етештерә аласаҡ. Тәҡдим ителгән майҙансыҡ бөтә кәрәкле инфраструктура - газ, һыу һәм электр менән тәьмин ителгән.  Проектты уңышлы тормошҡа ашырыу өсөн Башҡортостанда бөтә шарттар ҙа бар: беҙҙең уҡыу йорттары тарафынан әҙерләнгән юғары квалификациялы кадрҙар һәм сеймал базаһы. Шулай итеп, предприятие етештереү күләмен тиҙ арттыра, республика эсендә генә түгел, унан ситтә лә заказсыларға беркетеү изделиелары оҙата аласаҡ", - тип билдәләне Башҡортостан Үҫеш корпорацияһының генераль директоры Наил Ғәббәсов.

Проекттың концепцияһы менән бер рәттән инвестиция тәҡдимендә проекттың саф табыш күләме һәм рентабеллеге тураһындағы мәғлүмәтте сағылдырған финанс-иҡтисади күрһәткестәр ҙә бар. Бынан тыш, унда тәҡдим ителгән дәүләт ярҙамы саралары менән дә танышырға мөмкин. Мәҫәлән, инвестор "Алға" махсус иҡтисади зонаһы резиденттары өсөн булған өҫтөнлөктәр, шулай уҡ Сәнәғәтте үҫтереү фондынан һәм Төбәк лизинг компанияһынан тәҡдимдәрҙән файҙалана ала.

Фото: pravitelstvorb.ru

Автор:Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас: