Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Өфөнөң Дим районында “Сәнәғәт сәғәте” үткәрҙе.
Ошо районда урынлашҡан “Орбита” предприятиеһында республика етәксеһе компанияның эшмәкәрлеге менән танышты. Бында сәләмәтлеге сикләнгән кешеләрҙе реабилитациялау өсөн медицина ҡорамалдары һәм тренажерҙар етештерәләр.
“Орбита”ның генераль директоры Марсель Ғиниәтуллин компанияның 1991 йылда асылыуы, 1995 йылда умыртҡа һөйәген дауалау буйынса автоматлаштырылған комплекстарҙы сериялы етештерә башлауҙары тураһында һөйләне. Радий Хәбиров лазер менән киҫеүҙе, йыйыу процестарын, техник контроль бүлеген һәм конструкторлыҡ бюроһын ҡараны.
“Сәнәғәт сәғәте”ндә сығыш яһап, предприятие етәксеһе 2023 йылда яңы бина төҙөргә ниәтләүҙәре, ә 2024 йылда етештереү күләмен ике тапҡырға арттырырға маҡсат ҡуйыуҙары тураһында һөйләне.
“Бөгөн беҙ “Сәнәғәт сәғәте” башланыр алдынан һеҙҙең предприятиены ҙур ҡәнәғәтлек менән ҡарап сыҡтыҡ. Һеҙ медицина реабилитацияһы өсөн бик кәрәкле әйберҙәр етештерәһегеҙ. Беҙ һеҙҙең предприятиеға һәм хеҙмәттәштерегеҙгә айырым программа сиктәрендә ҡаҙнанан ташламалы субсидиялар менән ярҙам итәсәкбеҙ”, – тине Радий Фәрит улы.
“Башинформ” фотоһы.