Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
30 Ноябрь 2022, 20:45

Етештереү күләмен арттырыу мөһим

Өфөнөң "Орбита» предприятиеһында күсмә "Сәнәғәт сәғәте" үтте.

Етештереү күләмен арттырыу мөһим
Етештереү күләмен арттырыу мөһим

Бөгөн Өфөлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров "Орбита" ғилми-файҙаланыуға индереү предприятиеһында күсмә "Сәнәғәт сәғәте"н үткәрҙе. Кәңәшмәлә ҡатнашыусылар реабилитация сараларын етештереүселәргә дәүләт ярҙамы юлдарын тикшерҙе.

Мәғлүм булыуынса, ағымдағы йылдың ноябрендә "Кәртәләрҙе емереп" беренсе Бөтә Рәсәй форум-күргәҙмәһенең пленар ултырышында төбәк етәксеһе 2023 йылда эшләй башлаясаҡ техник реабилитация саралары етештереүселәре өсөн республика ярҙам программаһын әҙерләү тураһында хәбәр иткәйне. Башҡортостан вице-премьеры - сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министры Александр Шельдяев төбәктә кесе һәм урта эшҡыуарлыҡ сегментында бөтәһе һигеҙ профилле предприятие эшләүен билдәләне. Улар протездар, дауалау физкультураһы өсөн ҡорамалдар, ортопедик аяҡ кейемдәре, мебель, терапия ҡорамалдары етештерә. Шул уҡ ваҡытта республикалағы инвалидтар һаны 230 мең кеше тәшкил итә, шул иҫәптән - 19 мең бала.

"Рәсәйҙең реабилитация саралары баҙарының йыллыҡ күләме 72 миллиард һум тәшкил итә. Был сумманың яҡынса 75 процентын дәүләт һатып алыуҙары тәшкил итә. Шул уҡ ваҡытта илебеҙ етештереүселәре бөтәһе 36 миллиард һумлыҡ продукция сығара. Илдә реабилитациялау ҡорамалдарына ҡытлыҡ тыуҙы, әммә перспективала беҙ уларҙы киләсәктә заказсыларға тәҡдим итә алабыҙ", - тип билдәләне Александр Шельдяев.

Ярҙам программаһын ғәмәлгә индереү халыҡтың профилле продукцияға ихтыяжын ҡәнәғәтләндерергә, уны Башҡортостанда сығарыу күләмен арттырырға мөмкинлек бирәсәк. Етештереүселәр ҡорамалдарға өҫтәмә заказдар аласаҡ, яңы эш урындары булдырыласаҡ, шул иҫәптән сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр өсөн дә. Вице-премьер һүҙҙәренсә, дәртләндереү саралары төбәк сәнәғәтен комплексы үҫтереү программаһына индереләсәк.

Ул сеймал, материалдар һәм ҡорамалдар һатып алыуға сығымдарҙың бер өлөшөн ҡаплауҙы, Рәсәй Сәнәғәтте үҫтереү фондының льготалы займдарын юллауҙы, шулай уҡ йылдам социаль-иҡтисади үҫеш биләмәләре, индустриаль һәм сәнәғәт парктары майҙансыҡтарында производстволар урынлаштырыуға булышлыҡ итеүҙе үҙ эсенә ала. Реабилитация сараларын сығарған предприятие етәкселәре "Сәнәғәт сәғәте"ндә ярҙамдың мөһим йүнәлештәрен билдәләне. Эшҡыуарҙарҙың күбеһе сығарылған ҡорамалдың номенклатураһын киңәйтергә, етештереү күләмен арттырырға ниәтләй. Шуға бәйле сығымдарҙы субсидиялау ваҡытлы һәм талап ителгән ярҙам механизмы булып тора. Бынан тыш, "ВиЦыАн" компанияһының генераль директоры Виталий Цыганков һәм "Медстальконструкция" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтен ойоштороусы Андрей Тимофеев республикала медицина продукцияһы өсөн һынау майҙансығы ойошторорға кәрәклеген билдәләне.

Ғәмәлдәге лабораторияларға сираттар ҙур булыу шарттарында Башҡортостан реабилитация ҡорамалдарын сертификациялау буйынса федераль үҙәктәрҙең береһенә әүерелеүе ихтимал. Был мәсьәләне хәл итеү юлдарының береһе - республика Стандартлаштырыу, метрология һәм һынауҙар үҙәге базаһында һынау майҙансығын ойоштороу. Уның директоры Сергей Севницкий әйтеүенсә, өлгөләрҙе һынау өсөн Стандартлаштырыу, метрология һәм сертификация үҙәге өлөшләтә комплектланған. Радий Хәбиров йыл аҙағына тиклем яңы һынау базаһын булдырыу мөмкинлектәрен барларға тәҡдим итте.

Протездар сығарыу буйынса предприятиелар етәкселәре Лилиә Зәйнуллина һәм Ирина Батина эшкә һәләтле йәштәге кешеләрҙе реабилитациялауға сертификаттар индереү кәрәклеген билдәләне, сөнки йыш ҡына уларҙың ҡиммәтле ҡорамалдарға, медицина процедураларына аҡсаһы юҡ. Башҡортостан Башлығы, яҡын арала Инвалидтар эштәре буйынса координация советының сираттағы ултырышы уҙасаҡ, унда уларға ярҙам итеү буйынса көнүҙәк мәсьәләләр ҡараласаҡ, тип хәбәр итте.

Ултырыш аҙағында төбәк етәксеһе техник реабилитация сараларын етештереүселәргә рәхмәт белдерҙе. "Энтузиастар тырышлығы менән беҙҙең төбәктә һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләргә бик кәрәкле ҡорамалдар сығарыусы предприятиелар пулы барлыҡҡа килде. Ҡаҙнала бындай производстволарға ярҙам итеүгә мотлаҡ мөмкинлектәр ҡараясаҡбыҙ. Күрелгән сараларҙың һеҙҙең өсөн ни тиклем һөҙөмтәле һәм файҙалы булыуына анализ яһаясаҡбыҙ. Шулай уҡ "Кәртәләрҙе емереп" форумының экспозицион һәм эшлекле йүнәлештәрен киңәйтергә ниәтләйбеҙ. Был тәжрибә уртаҡлашыу һәм уңайлы мөхит булдырыу, социаль проекттарҙы тормошҡа ашырыу мәсьәләләрен тикшереү өсөн кәрәкле майҙансыҡ", – тип йомғаҡ яһаны Радий Хәбиров.

Фото: glavarb.ru

Автор:Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас: