Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
30 Ноябрь 2022, 20:30

Иген етештереүселәргә – ҙур ярҙам

Сығымдарҙың бер өлөшөн ҡаплау өсөн төбәк ҡаҙнаһынан субсидиялар биреүгә ғаризалар һайлап алыу башланды.

Иген етештереүселәргә  –  ҙур ярҙам
Иген етештереүселәргә – ҙур ярҙам

Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығында ауыл хужалығы етештереүселәренә иген культураларын етештереүгә һәм һатыуға сығымдарҙың бер өлөшөн ҡаплау өсөн төбәк ҡаҙнаһынан субсидиялар биреүгә ғаризалар һайлап алыу башланды.

Был маҡсатҡа йәмғеһе 598,7 миллион һум бүленгән, уларҙың төп өлөшө - федераль ҡаҙнанан.

"Иген етештереүселәрҙе субсидиялауға бүленгән федераль саралар күләме буйынса Башҡортостан илдең бөтә төбәктәре араһында өсөнсө позицияла. Был, игенгә һатыу хаҡының юғары булмауын иҫәпкә алғанда, аграрийҙарыбыҙ өсөн айырыуса ҙур ярҙам", - тине Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары - ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов. 

Республикала иген етештереүселәргә субсидияға ғаризаларҙы һайлап алыу 2022 йылдың 11 декабренә тиклем дауам итәсәк. Тулыраҡ мәғлүмәтте Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығы сайтында табырға мөмкин.

Фото: rg.ru

Автор:Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас: