Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
30 Ноябрь 2022, 14:00

Киләһе йылда 62 километр юл ремонтланасаҡ

Ултырышта ағымдағы йылда автомобиль юлдарын ремонтлауға йомғаҡ яһалды һәм 2023 йылға бурыстар билдәләнде.

Киләһе йылда 62 километр юл ремонтланасаҡ
Киләһе йылда 62 километр юл ремонтланасаҡ

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров республика Министрҙар кабинеты ултырышын үткәрҙе. Унда ағымдағы йылда автомобиль юлдарын ремонтлауға йомғаҡ яһалды һәм 2023 йылға бурыстар билдәләнде.

Андрей Назаров билдәләүенсә, илебеҙ президенты Владимир Путин юл төҙөүселәр алдына амбициялы бурыстар ҡуйҙы. 2027 йылға тиклем Рәсәйҙең терәк селтәренә ингән төбәк әһәмиәтендәге автомобиль юлдарының 85 процентын норматив хәлгә килтерергә кәрәк. Үҙ сиратында, республиканың терәк селтәре иң оҙоно – 4000 километр самаһы. Әлеге ваҡытта таяу селтәре юлдарының 59 проценты тиерлек норматив талаптарға тап килә.

– Быйыл беҙҙең юл фонды 42 миллиард һумдан ашыу тәшкил итте. Шул уҡ ваҡытта федераль бюджеттан 14 миллиард һумдан ашыу аҡса йәлеп ителгән. Дөйөм алғанда, юлдарҙы ремонтлау һәм төҙөү буйынса 1200 километрҙан ашыу булыр тип көтөлә. Реконструкциянан һәм ремонттан һуң дөйөм оҙонлоғо 1400 погон метрҙан ашыу булған күперҙәр норматив хәлгә килтереләсәк, – тине Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров.

Башҡортостандың транспорт һәм юл хужалығы министры вазифаһын башҡарыусы Руслан Ғарипов хәбәр итеүенсә, әле республика буйынса ремонт, реконструкциялау һәм төҙөлөш буйынса объекттар тамамланыу алдында йәки ҡабул итеү процедуралары, кәрәкле документтарҙы рәсмиләштереү бара. 2022 йылда башҡарылған эш һөҙөмтәһендә норматив талаптарға тап килгән терәк селтәрҙәге юлдар оҙонлоғоноң өлөшө 63,8 процентҡа етергә тейеш.

2023 йылда юл комплексы алдында федераль финанслауҙы йәлеп итеп, Өфө ҡалаһынан “Көнсығыш сығыу юлы” һәм Өфө ҡалаһына нигеҙ һалыныуға 450 йыл тулыу уңайынан саралар исемлегенә индерелгән объекттарҙы төҙөү кеүек ҙур инфраструктура объекттарын ғәмәлгә ашырыу эштәрен дауам итеү бурыстары тора.

Киләһе йылда бөтәһе 62 километр юлды һәм Рәсәй Федерацияһының терәк селтәренә ингән 802 погон метр оҙонлоҡтағы биш күперҙе ремонтлау күҙаллана. “Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар” милли проектын тормошҡа ашырыу барышында 175 километр оҙонлоҡтағы автомобиль юлдарын ремонтлау эштәре дауам итәсәк.

Һүҙен тамамлап, Андрей Назаров Өфөнөң төньяҡ өлөшөндәге юл инфраструктураһын яҡшыртыу кәрәклегенә баҫым яһаны. Атап әйткәндә, Шаҡша биҫтәһендә “Өфө” йылғаһы аша күпер тураһында һүҙ барҙы.

– Транспорт һәм юл хужалығы министрлығына Өфө ҡалаһы хакимиәте менән берлектә “Шаҡша” биҫтәһендә Өфө йылғаһы аша автомобиль күперен капиталь ремонтлау проектын тормошҡа ашырыу буйынса юл картаһын әҙерләргә һәм раҫларға кәрәк, - тине Премьер-министр.

Фото һәм сығанаҡ: pravitelstvorb.ru/news/19586/ 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: