Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
30 Ноябрь 2022, 18:30

Яңы эш алымы үҙен аҡлай

Сығымдарҙы ҡаплау нормативы ике тапҡырға артҡан.

Яңы эш алымы үҙен аҡлай
Яңы эш алымы үҙен аҡлай

Башҡортостан Хөкүмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Рәсәйҙә индустриаль парк һәм технопарктар инфраструктураһын төҙөү өсөн сығымдарҙы ҡаплау механизмын киңәйткәндәр.

Рәсәй Хөкүмәте биргән мәғлүмәттәргә ярашлы, сығымдарҙы ҡаплау нормативы ике тапҡырға артҡан, ә шәхси инвесторҙарға сығымдарҙы ҡаплау лимиты 75 процентҡа күтәрелгән, элек ул 50 процент тәшкил иткән.

"Бөгөнгә бындай ҡарар ваҡытында ҡабул ителде, уйлап ҡараһаң, санкцияға бәйле, бөгөн төҙөлөштөң ҡыйбатланыуын күҙәтәбеҙ, был шулай уҡ проект сығымдары ваҡытының үҫеүенә лә килтерергә мөмкин, – ти Башҡортостан Үҫеш корпорацияһының генераль директоры Наил Ғәббәсов. – Алдан күҙаллауҙар буйынса, яңы эш алымы проект сығымдарының ваҡытын ике тапҡырға кәметергә тейеш".

Рәсәй Хөкүмәте рәйесе Михаил Мишустин үҙенең урынбаҫарҙары менән кәңәшмәлә аңлатыуынса, нормативтың артыуына бәйле бындай ярҙам саралары һигеҙ йылға беренсе тапҡыр күҙәтелә.

Фото: Башҡортостан Хөкүмәте.

Автор:Илдар Акьюлов
Читайте нас: