Республика Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров етәкселегендә үткән ултырышта иҡтисад һәм социаль өлкәгә ярҙам итеү менән бәйле федераль яңылыҡтар ҡаралды.
Үткән аҙнала Рәсәй Хөкүмәте төбәктәргә ауыл хужалығы етештереүселәрен яҡлау өсөн өҫтәмә финанслау бүлеү тураһында ҡарар ҡабул итте.Йыл аҙағына тиклем был маҡсатҡа 900 миллион һумға яҡын аҡса йүнәлтеләсәк. Бынан тыш, етәкселәре өлөшләтә мобилизацияға эләккән фермер хужалыҡтарына грант программаларында ҡатнашырға мөмкинлек биргән Хөкүмәт ҡарары раҫланды. Был хоҡуҡты һаҡлау өсөн мобилизацияланған етәксе урынына ошо уҡ хужалыҡ ағзаларының береһен һайларға кәрәк. Ул автоматик рәүештә грант алыусы буласаҡ.Әгәр артабан грант программаһында ҡатнашыу планлаштырылмаһа, ике вариант бар. Тәүгеһе – грант тулыһынса файҙаланылған, әммә маҡсатлы күрһәткестәргә өлгәшелмәгән. Был осраҡта проект тамамланған тип таныла, фермер штрафтан азат ителә. Икенсе вариант – грант средстволары өлөшләтә файҙаланылған. Был осраҡта фермер ҡалған средстволарҙы ҡайтарырға тейеш һәм штраф санкциялары ҡулланылмай.
Федераль кимәлдә сүп-сар сығарыу өсөн түләүҙәрҙе ҡайтанан иҫәпләү мөмкинлеге нығытылды. Уның менән күп ҡатлы йортта йәшәгән һәр кем ниндәйҙер сәбәп арҡаһында йәшәү урынында булмағанда файҙалана ала. Яңы тәртип киләһе йылдың 1 мартынан көсөнә инә.
Киләһе йылдың беренсе кварталы тамамланғанға ҡәҙәр 68 төбәк 300-гә яҡын күсмә медицина комплексы аласаҡ. Республикабыҙға ошондай 11 машина килтереләсәк.
Тағы бер федераль яңылыҡ – төбәктәргә индустриаль парктар һәм технопарктар инфраструктураһын төҙөүгә, яңыртыуға һәм үҙгәртеп ҡороуға бирелгән компенсациялар күләмен 50 проценттан 75 процентҡа арттырыу ҡаралған. Шуның менән бергә сығымдарҙы ҡайтарыуға тейешле максималь күләм дә үҫә.Рәсәй Хөкүмәте шәхси торлаҡ төҙөлөшөнә ярҙам итеү өсөн ағас йорттар төҙөүселәргә субсидия биреү программаһын эшкә ҡушасаҡ. Был халыҡҡа заводтарҙа етештерелгән әҙер йорт комплекттарын 3,5 миллион һумға тиклем 10 процент ташлама менән алырға мөмкинлек бирәсәк.
Фото:Башҡортостан Хөкүмәте сайты.