

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республикабыҙҙа билдәләнгән сәнәғәт хеҙмәткәрҙәре көнө уңайынан иң-иңдәргә дәүләт наградаларын тапшырҙы.
– Башҡортостанда беренсе тапҡыр сәнәғәт хеҙмәткәрҙәре көнөн билдәләйбеҙ, – тине Радий Хәбиров. – Ошо байрам айҡанлы, барығыҙҙы ла ихлас күңелдән ҡотлайым! Ете йыл элек йәки 1 декабрҙә “Башҡортостан Республикаһында сәнәғәт сәйәсәте тураһында” тигән закон ҡабул ителде. Ошо датаға бәйләп байрамды булдырҙыҡ.
Радий Хәбиров һөйләүенсә, химия һәм нефть химияһы, электр энергетикаһы һәм машина төҙөлөшө һәм металлургия кеүек алдынғы тармаҡтар киләсәккә ышаныс менән ҡарай. Санкцияларға һәм донъя иҡтисадындағы ауыр хәлдәргә ҡарамайынса беҙҙең предприятиелар табышлы эшләй, етештереүҙе арттыра. Ун ай эсендә үҫеш яҡынса өс процент тәшкил иткән.
– Рәттән икенсе йыл беҙ Рәсәй субъекттары рейтингында, сәнәғәт сәйәсәтен тормошҡа ашырыу һөҙөмтәһе буйынса, беренсе урында, – тине Радий Хәбиров. – Ә беҙҙең сәнәғәт үҫеше фонды – даими рәүештә иң яҡшы бишәү исемлегендә. Киләсәктә, әлбиттә, беҙҙе бик күп эштәр көтә. Һәм бөтә көстө беҙҙең армияға ярҙам итеүгә йүнәлтәбеҙ. Еңеү өсөн барыһын да тормошҡа ашырабыҙ.
Әйткәндәй, Радий Хәбиров “Бәйләнештә” социаль селтәрендә түбәндәгеләрҙе яҙған.
– Беҙ кесе һәм урта предприятиеларға ярҙам итәбеҙ, – тигән Радий Фәрит улы. – Бер-беребеҙгә хәбәр итеп, проблемаларҙы хәл итәбеҙ. “Сәнәғәт сәғәте” ойошторола, ташламалы займдар бирәбеҙ, йылдам социаль-иҡтисади үҫеш биләмәһенә, “Алға” айырым иҡтисади зонаһына, индустриаль парктарға преференциялар алыу өсөн мөмкинлектәр бирәбеҙ.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайтынан.