Башҡортостан Хөкүмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Башҡортостандың ауыл хужалығы тармағы эшсәндәре ҡыҙыу эш мәленән һуң бер аҙ арынып, парта артына ултырған. Рәсәй экспорт үҙәге әҙерләгән «Бизнес-коммуникация» темаһына арналған уҡыуҙарҙа белемен камиллаштыра. Был турала Башҡортостандың тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министры Маргарита Болычева хәбәр итте.
— Сит ил контрагенттары менән эшлекле бәйләнеш булдырыу, экспорт проектын уңышлы тормошҡа ашырыуҙың мөһим факторҙарының береһе булып тора. Уҡыуҙарҙа ҡатнашыусылар потенциаль ҡулланыусылар менән танышырға һәм халыҡ-ара һөнәри берләшмәлә ышаныслы партнер булараҡ абруй ҡаҙанырға өйрәнде, — тип аңлатма бирҙе Маргарита Болычева.
Уҡыу барышында эшлекле һөйләшеүҙәрҙең һөҙөмтәләренә һығымта яһарға, бизнес-хат яҙыу ҡағиҙәләре, үҙ продукцияһын ышаныслы һатыу презентацияһын булдырыуҙы, мәҙәниәттәрҙе классификациялауҙы, һөйләшеүҙәр барышында һүҙмә-һүҙ эш итеү үҙенсәлектәрен өйрәнәләр.
Уҡыуҙарҙа республиканың 15 предприятие вәкилдәре ҡатнаша. Улар араһында "Башҡорт бройлер", « «Уралагроэкспорт», «Рассвет» ауыл хужалығы предприятиһы һәм бер кооператив вәкилдәре ҡатнаша.
Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайтынан алынды.