Сәнәғәт эшенең быйылғы 10 ай йомғаҡтары билдәле булды.
Башҡортостандың сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министры Александр Шельдяев республика предприятиеларының быйылғы 10 айлыҡ эш йомғаҡтары тураһында социаль селтәрҙә яҙҙы.
“Дарыу һәм медицина материалдары етештереүселәр ҡыуандыра, файҙалы ҡаҙылмалар сығарыу өлкәһендә етештереү 20,3 процентҡа, эшкәртеүҙә – 0,6 процентҡа, энергетикала 0,7 процентҡа артты”, – тип яҙа министр.
Мебель етештереү хатта 24,5 процентҡа артҡан. “Бының үҙ сәбәптәре бар: беренсенән, сит илдәрҙең ҙур фирмалары китте. Беҙҙекеләр “IKEA”нан кәм етештермәй. Икенсенән, ярҙам саралары үҙ йоғонтоһон күрһәтә. Быйыл, мәҫәлән, урман сәнәғәте комплексына, шул иҫәптән мебель етештереүгә лә, республика былтырғынан күберәк – 74,6 миллион һум бүлде. Төбәктең Сәнәғәтте үҫтереү фонды быйыл мебель предприятиеларының 90 миллион һумлыҡ биш проектын финансланы”, – тип яҙа Александр Шельдяев.
Фото: “Бәйләнештә” сайтынан.