Бөгөн Өфөләге “ОДК-УМПО” нигеҙендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һәм “Ростех” дәүләт корпорацияһындағы авиация комплексының индустриаль директоры Анатолий Сердюков Хеҙмәттәшлекте үҫтереү мәсьәләләре буйынса ведомство-ара комиссияның сираттағы ултырышын үткәрҙе.
Радий Хәбиров предприятие вәкилдәрен һөнәри байрам – Башҡортостан Республикаһының сәнәғәт хеҙмәткәрҙәре көнө менән ҡотланы.
– Предприятиеларыбыҙ эшсәндәренә рәхмәт белдерәм. Ошо еңел булмаған йылда беҙ илебеҙгә кәрәкле продукция сығарыу күләмен арттырабыҙ, инвестиция проекттарын дауам итәбеҙ. Республика икенсе йыл рәттән Рәсәйҙең сәнәғәт сәйәсәтен тормошҡа ашырыу һөҙөмтәлелеге рейтингында беренсе урынды яулай, – тине ул. – 10 айҙа сәнәғәт етештереүе беҙҙә өс процентҡа тиерлек артҡан. Был яҡшы һөҙөмтә. Индустриаль продукциябыҙҙың ундан бер өлөшөн “Ростех” предприятиелары сығара. Уларҙың барыһы ла тиерлек йылды яҡшы күрһәткестәр менән тамамлай. Ике предприятиела – “Станоктар эшләү”ҙә һәм “НефАЗ”да ғына хәл ҡатмарлы. Санкциялар һәм иҡтисадтағы ҡатмарлы хәл уларға ҙур йоғонто яһаны. Республика бөтә мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә ярҙам күрһәтергә әҙер. Форсаттан файҙаланып, “Ростех” предприятиелары етәкселәрен 14 – 16 декабрҙә Өфөлә үтәсәк Халыҡ-ара бизнес аҙналығында ҡатнашырға саҡырам.
Анатолий Сердюков та республиканың индустриаль комплексы эшсәндәрен Сәнәғәт хеҙмәткәрҙәре көнө менән ҡотланы.
– Өфөгә килеүебеҙгә бик шатбыҙ. Радий Фәрит улына беҙҙең ведомство-ара комиссия эшен юғары кимәлдә ойошторған өсөн ҙур рәхмәт. Һәм, әлбиттә, республика сәнәғәтселәрен, шул иҫәптән урындағы “Ростех” предприятиелары коллективтарын һөнәри байрам менән ҡотлайым, – тине ул.
Ултырышта вице-премьер – сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министры Александр Шельдяев Ведомство-ара комиссия күрһәтмәләренең үтәлеше, республика менән “Ростех” араһындағы хеҙмәттәшлекте үҫтереү мөмкинлектәре тураһында һөйләне. “ОДК-УМПО”ның идарасы директоры Евгений Семивеличенко өр-яңы АЛ-41СТ-25 газ турбинаһы двигателдәрен эшләү проектын тормошҡа ашырыу барышы хаҡында сығыш яһаны.
Ведомство-ара комиссия ултырышында телекүпер режимында Благовещен районындағы “Аҡлан” компрессор станцияһында газ һурҙырыу агрегаты ячейкаһына сираттағы АЛ-31СТ двигателен ҡуйыу тормошҡа ашырылды. Был – объектҡа күләмле реконструкцияның һуңғы этабы.
Ултырыш аҙағында Башҡортостан менән “Ростех” араһында стратегик партнерлыҡ тураһында килешеү төҙөлдө. Ул республиканың мәғариф учреждениеларында дәүләт корпорацияһы өсөн квалификациялы кадрҙар әҙерләү өлкәһендә хеҙмәттәшлек итеүҙе күҙ уңында тота. Документҡа Радий Хәбиров менән Анатолий Сердюков ҡул ҡуйҙы.
Фото: glavarb.ru/rus/press
Сығанаҡ: glavarb.ru/rus/press