Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
1 Декабрь 2022, 21:00

Һөнәри байрамығыҙ менән!

Был байрам республикала тәүге тапҡыр билдәләнә.

Һөнәри байрамығыҙ менән!
Һөнәри байрамығыҙ менән!

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә республика сәнәғәтселәрен һөнәри байрам менән ҡотланы.

“Бөгөн беҙ республикала тәүге тапҡыр Башҡортостандың сәнәғәт хеҙмәткәрҙәре көнөн билдәләйбеҙ. Ул республика Башлығы Радий Хәбиров тарафынан раҫланды. Был тәрән мәғәнәгә эйә, сөнки теүәл ете йыл элек, 1 декабрҙә, “Башҡортостан Республикаһында сәнәғәт сәйәсәте тураһында” закон ҡабул ителде.

Республикабыҙ – Рәсәйҙең ҡеүәтле сәнәғәт төбәге, нефть сығарған төп төбәктәрҙең береһе, химия сәнәғәте һәм машиналар эшләү үҙәге. Беҙҙә бай сәнәғәт мираҫы тупланған. 18-се быуаттан Башҡортостанда тәбиғәт ресурстары үҙләштерелә башлай. 1745 йылда Көньяҡ Уралда беренсе металлургия заводы – Воскресенск баҡыр иретеү заводы сафҡа индерелә. 1762 йылда илебеҙҙең иң боронғо ҡара металлургия предприятиеларының береһе – Белорет металлургия комбинатына нигеҙ һалына.

19-сы быуатта күн, буҫтау, кирбес, һабын ҡайнатыу, туң май иретеү, шәм, елем, балауыҙ һәм май һығыу, шарап яһау производстволары әүҙем үҫә башлай. 20-се быуат төбәккә һәм илгә Башҡортостан нефтен бирә. Ауыр һуғыш йылдарында Башҡортостан индустриаль республикаға әүерелә. Төбәккә 200-гә яҡын предприятие эвакуациялана, уларҙың күпселеге ошонда ҡала һәм күптән инде республикабыҙҙың бер өлөшөнә әүерелгән.

Бөгөн беҙ төбәк сәнәғәтен үҫтереүҙе һәм нығытыуҙы дауам итәбеҙ. Системалы эш һөҙөмтәһендә сәнәғәт етештереүе индексы үҫә. 10 ай йомғаҡтары буйынса ул, Рәсәй һәм Волга буйы федераль округы буйынса уртаса күрһәткестәрҙе үтеп, 102,8 процент тәшкил иткән. Электр ҡорамалдары етештереү – 28,6, йыһаз яһау - 24,5, файҙалы ҡаҙылмалар сығарыу 20,3 процентҡа артҡан.

Хөрмәтле Башҡортостандың сәнәғәт хеҙмәткәрҙәре, һөнәри байрамығыҙ менән ҡотлайым! Һеҙ Рәсәйҙең үҫеше өсөн бик мөһим стратегик бурыстарҙы үтәйһегеҙ, милли именлекте тәьмин итеү һәм сәнәғәт предприятиеларында тотороҡлолоҡ күп йәһәттән һеҙҙең ышаныслы һәм өҙлөкһөҙ эш итеүегеҙгә бәйле. Һаулыҡ, именлек һәм һөнәри ҡаҙаныштар теләйем”, – тип яҙған Андрей Назаров.

Фото: vk.com/wall555400080_2041

Сығанаҡ: vk.com/wall555400080_2041

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас: