

30 ноябрҙә Башҡортостандың сауҙа һәм хеҙмәттәр министры Алексей Гусев Мәскәүҙә үткәрелгән “Рәсәйҙә бәләкәй һәм урта сауҙа-2022” Бөтә Рәсәй конференцияһында ҡанашты. Статс-секретарь – илдең сәнәғәт һәм сауҙа министры урынбаҫары Виктор Евтухов рәйеслегендәге пленар кәңәшмәлә Алексей Гусев төбәктә бәләкәй форматлы сауҙаның үҫеше, шулай уҡ республикала алып барылған тармаҡҡа ярҙам саралары тураһында һөйләне.
"Сауҙаның был форматы урындағы етештереүселәрҙең продукцияһын һатыу өсөн уңайлы. Тимәк, уның баҙарҙа тәҡдим ителеүенә лә булышлыҡ ҡыла, - тине Алексей Гусев. - Әммә бында урындағы етештереүселәр тауарҙарының көнәркәшлек өҫтөнлөктәрен күтәреү ҙә мөһим. Беҙҙә ошо маҡсатта “Башҡортостан аҙыҡ-түлеге” проекты тормошҡа ашырыла".
Үҙ сығышында Алексей Гусев республикала йәшәүселәрҙең 37 процентының ауыл халҡы икәнлеге хаҡында әйтте. География үҙенсәлектәрен иҫәпкә алғанда, ҡайһы бер ауылдар йыраҡта урынлашҡан, шуға был ҙур ритейлды иҡтисади йәһәттән аҙ йәлеп итә. Сауҙа һәм хеҙмәттәр министры һүҙҙәренә ҡарағанда, был йәһәттән эште көсәйтеү өсөн республикала төрлө саралар булдырылған.
Фото: pravitelstvorb.ru