Башҡортостандың авиация кластеры федераль талаптарға яуап биреүен күрһәтте.
Был кластер – Рәсәйҙең Сәнәғәт һәм сауҙа министрлығы исемлегенә алынған икенсеһе, тәүгеһе – быйыл апрелдә ошо реестрға яҙылған мебель кластеры. Авиация сәнәғәт кластерына 10 предприятие инә, улар араһында “Молния” ғилми-етештереү һәм Өфө моторҙар эшләү берекмәләре бар.
“Тармаҡ кластерҙарын булдырыу – беҙҙ эштәге махсус йүнәлеш. Республика беренселәрҙән булып сәнәғәт кластерына ярҙам сараларын күрә башланы – уларға яңы проекттарҙы тормошҡа ашырыу өсөн ташламалы заемдар бирелә”, – тине Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров. – “Сәнәғәтте үҫтереү фонды тарафынан беҙ пилот төбәге итеп һайлап алынғанбыҙ”.
Башҡортостанда сәнәғәт предприятиеларынан тағы ла өс кластер ойошторола, уларҙың Кластерҙар ассоциацияһы ла бар.
Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайтынан.