Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә түбәндәгеләр тураһында яҙҙы.
“Был – 100-сө “АЛ-31СТ” двигателе. Уны беҙҙең “Берләшкән двигателдәр эшләү корпорацияһы – Өфө моторҙар эшләү берекмәһе” “Газпром”ға тейәп ебәрҙе. Юбилей турбинаһын монтажлауҙы Благовещен районындағы “Газпром трансгаз Өфө”нөң “Ялан” компрессорҙар станцияһында башлағайнылар.
“АЛ-31СТ” двигателе – ике сәнәғәт гигантының – “Ростех” менән “Газпром”дың – республикабыҙ майҙансығындағы хеҙмәттәшлек һөҙөмтәһе. Улар юғары һөҙөмтәле, экологик яҡтан яҡшы, шуға нефть һәм газ сәнәғәтендә ҙур һорау менән файҙаланыла. Әле тағы ла ҡеүәтлерәк “АЛ-41СТ-25” эшләнә. Уның тәжрибә өлгөләре 2023-2024 йылдарҙа буласаҡ”.
Фотолар: vk.com/radiyhabirov