Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
5 Декабрь 2022, 16:15

Һанлаштырыу проекты – еңеүсе

Ауыл хужалығы тармағын һанлаштырыу һөҙөмтәһен бирә

Һанлаштырыу проекты – еңеүсе
Һанлаштырыу проекты – еңеүсе

Башҡортостан Республикаһы ауыл хужалығы министрлығының ведомство мәғлүмәт системаһы "Ауыл хужалығының иң яҡшы һанлы сиселеше" номинацияһында юғары баһа алды. “ComNews Awards. Һанлы иҡтисад өсөн иң яҡшы ҡарарҙар” премияһында еңеүселәрҙе бүләкләү тантанаһы Мәскәүҙә үтте.

— Башҡортостандың ауыл хужалығы тармағында ғәмәлгә индерелгән "Респак" һанлы мәғлүмәт-аналитик системаһы проекты үҙенең һөҙөмтәлелеген иҫбатлай. Уның ярҙамында агросәнәғәт комплекстың төп йүнәлештәре буйынса мәғлүмәттәр йыйыу, анализлау, эшкәртеү һәм проектлау күпкә тиҙерәк бара башлай. Әле проект федераль кимәлдә танылыу алды. Әле төбәктең агросәнәғәт тармағында төрлө йүнәлештәрҙе һанлаштырыу әүҙем тормошҡа ашырыла, — тине Башҡортостан Хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов.

Ауыл хужалығы предприятиелары тармаҡты һанлаштырыу кәрәклеген аңлай, уларҙы оҫта ҡуллана, шул уҡ ваҡытта етештереү эшмәкәрлеген еңеләйтә.

“Респак" һанлы мәғлүмәт-аналитик системаһы  "Мәғлүмәт системалары һәм хеҙмәттәре" компанияһы менән берлектә Башҡортостандың ауыл хужалығы министрлығы тарафынан эшләнә һәм тормошҡа ашырыла. Система отчеттар рәүешендә, ҡағыҙҙа йәки электрон киң мәғлүмәт сараларында бирелгән мәғлүмәттәрҙе тиҙ йыйырға, системалаштырырға, эшкәртергә һәм графикка һалырға мөмкинлек бирә. Уның ярҙамында анализ һәм идара итеү ҡарарҙарын ҡабул итеү процесы һиҙелерлек тиҙләтелгән генә түгел, ә һөҙөмтәлерәк башҡарыла. Системаны ҡулланыусы теләһә ҡайһы ваҡытта һөт һауыу буйынса һуңғы күрһәткестәрҙе, теге йәки был хужалыҡтың урып-йыйыу кампанияһы барышын, ер участкаһының күләмен һәм башҡа мәғлүмәтте асыҡлай ала. Шулай итеп, ул тармаҡ менән идара итеү мөмкинлеген бирә һәм бөтә процестарҙы онлайн режимында күҙәтә.

Билдәләп үтергә кәрәк, "ComNews Awards. Һанлы иҡтисад өсөн иң яҡшы ҡарарҙар" конкурсына 350-нән ашыу ғариза бирелгән, уларҙы ентекле өйрәнгәндән һуң 70-е исемлеккә индерелгән.

"Ауыл хужалығында иң яҡшы һанлы проект" премияһын Башҡортостандың ауыл хужалығы министры урынбаҫары Ләлә Дәүләтбаева алды.

 

Фото: Башҡортостандың ауыл хужалығы министрлығынан алынды.

Автор:Лилия Нуретдинова
Читайте нас: