Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров уҙғарған аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә торлаҡ төҙөлөшө секторында йылдың яҡынса йомғаҡтары тикшерелде.
Республиканың төҙөлөш һәм архитектура министры вазифаһын башҡарыусы Егор Родин 2022 йылдың аҙағына төбәктә торлаҡты сафҡа индереү күләме буйынса өс миллион квадрат метрҙан артыуын күҙаллауҙарын хәбәр итте.
– Быйыл ун ай йомғаҡтары буйынса республикала 2,473 миллион квадрат метр торлаҡ сафҡа индерелде. Был уҙған йылдың ошо уҡ осорона ҡарағанда биш процентҡа күберәк. Торлаҡты сафҡа индереү буйынса республика Рәсәйҙә – етенсе һәм Волга буйы федераль округында икенсе урында тора, – тип билдәләне Егор Родин.
Министр вазифаһын башҡарыусы һүҙҙәренсә, республикала 121 төҙөүсе дөйөм майҙаны яҡынса өс миллион квадрат метрлыҡ 247 күп фатирлы йорт төҙөй. “Стимул” федераль программаһы буйынса яңы майҙансыҡтар әҙерләү сиктәрендә Өфө, Стәрлетамаҡ, Нефтекама, Октябрьский һәм Салауат ҡалаларында, шулай уҡ Өфө районында 17 инженер, транспорт һәм социаль инфраструктура объекты төҙөлә.
Тағы ла ике ҙур инфраструктура проектын бюджет кредиттары механизмын файҙаланып тормошҡа ашыралар. Былар - Өфөләге “Көньяҡ ҡапҡа” транспорт объекттары комплексы һәм Нефтекамала инженер инфраструктураһы төҙөлөшө.
Башҡортостан Башлығы 2022 йыл йомғаҡтары буйынса республикала торлаҡты сафҡа индереү буйынса өс миллион квадрат метрҙан кәм булмаған күләмгә өлгәшеүҙе тәьмин итергә ҡушты.
- 2024 алданған өлөшсөләрҙең һорауҙары тамамланған йыл булырға тейеш. Мәсьәләне контролдә тотоуығыҙҙы һорайым, - тине Радий Хәбиров.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.