Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
5 Декабрь 2022, 23:45

Төрлө өлкә эксперттарын берләштерә

"Халыҡ-ара бизнес аҙналығы" форумында иң яҡшы эш тәжрибәһе өлгөләре тикшереләсәк.

Төрлө өлкә эксперттарын берләштерә
Төрлө өлкә эксперттарын берләштерә

ХV "Халыҡ-ара бизнес аҙналығы" форумында үтәсәк конференция программаһы.

Ҡатнашыуға саҡырылғандар:

— Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров;

- ШОС Эшлекле советының башҡарма секретары Сергей Канавский;

- Беларусь Республикаһының Рәсәй Федерацияһындағы ғәҙәттән тыш һәм тулы хоҡуҡлы илсеһе Дмитрий Крутой;

— "Стратегик асыштар үҙәге" фонды президенты Владислав Онищенко;

- "Рәсәй экспорт үҙәге" акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры Вероника Никишина;

- "Яңы проекттарҙы үҫтереү буйынса стратегик башланғыстар агентлығы" коммерцияға ҡарамаған автономиялы ойошмаһының генераль директоры Светлана Чупшева;

- Рәсәй Федерацияһының Сауҙа-сәнәғәт палатаһы президенты Сергей Катырин;

- "Эшлекле Рәсәй" йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Алексей Репик;

- "МСП" корпорацияһы акционерҙар йәмғиәте генераль директоры Александр Исаевич.

"Халыҡ-ара бизнес аҙналығы" форумы – власть вәкилдәрен, бизнес-берләшмәләрҙе һәм төрлө өлкә эксперттарын берләштергән, йыл һайын үткәрелгән иҡтисади ваҡиға. Эшлекле программаға ярашлы пленар ултырыштар үтәсәк, унда ҡатнашыусылар йылға иҡтисади йомғаҡ яһаясаҡ, халыҡ-ара кооперацияны, экспортты, инвестицияларҙы үҫтереүҙе, бизнес-берләшмәләрҙән иң яҡшы тәжрибә өлгөләрен тикшерәсәк.

Сара барышында ойоштороусылар, төп спикерҙар һәм эксперттар алдағы юбилей форумының форматы хаҡында һөйләйәсәк. Төп сараларҙы ойоштороусылар - Шанхай Хеҙмәттәшлек Ойошмаһының Эшлекле советы, Әрмәнстандың иҡтисад министрлығы, Стратегик башланғыстар агентлығы, Рәсәй Федерацияһының Иҡтисади үҫеш министрлығы, Сәнәғәт һәм сауҙа министрлығы, Рәсәй экспорт үҙәге, "Рәсәй-төрөк диалогы" ассоциацияһы, Рәсәй Федерацияһының туризм корпорацияһы, Дәүләт-шәхси партнерлыҡ милли үҙәге, Рәсәй финанс министрлығының Ғилми-тикшеренеү финанс институты, Рәсәй кластерҙар һәм технопарктар ассоциацияһы, "Ростелеком", Һаҡлыҡ банкы асыҡ акционерҙар йәмғиәте, Рәсәй Федерацияһының Сауҙа-сәнәғәт палатаһы, Рәсәй банктары ассоциацияһы.

Фото: республика Хөкүмәте.

Автор:Рузилә Иҫәнбаева
Читайте нас: