Туймазы автобетоновоздар заводы (“КамАЗ” асыҡ акционерҙар йәмғиәте компаниялар төркөмөнә инә) 2022 йылда продукция сығарыуҙы 2,2 тапҡырға арттырған. Был хаҡта предприятиеның генераль директоры Фидан Арыҫланов аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә белдерҙе. Уны Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров үткәрҙе.
Завод етәксеһе билдәләүенсә, бетон-транспорт техникаһын бында 1982 йылдан алып сығаралар. 2016 йылда коллектив үҙбушатҡыс тағылмалар етештереүҙе үҙләштергән. 2021 йылдың икенсе яртыһынан бында ярымтағылмалар номенклатураһы эшләнә.
Тап тағылма техника 2022 йылда етештереү күләме үҫешенең төп этәргесе булды. Бер нисә сит ил тәьминәтсеһенең Рәсәй баҙарынан китеүе шарттарында Туймазы бетон ташыусы машиналар заводы партнёрҙар пулын оператив рәүештә яңынан ҡарап сыҡты һәм профилле продукцияның яңы өлкәләрен биләне. Шул уҡ ваҡытта предприятие хеҙмәткәрҙәре һаны йыл башынан 45 процентҡа – 1221 кешегә тиклем артҡан. Ә уртаса эш хаҡы айына 46 мең һумға еткән.
– Бөгөн беҙ Рәсәй баҙарында автобетонотранспорт техникаһы етештереүселәр араһында алдынғы урынды биләйбеҙ, – тине Фидан Арыҫланов. – Сит ил аналогтары менән сағыштырғанда, беҙҙең продукцияның өҫтөнлөгө – хаҡтың түбәнерәк булыуы, хеҙмәтләндереүҙә ябайлыҡ, компактлылыҡ һәм маневрҙар яһау.
Уларҙың изделиелары шулай уҡ БДБ илдәрендә һәм алыҫ сит илдәрҙә ихтыяж менән файҙалана. Заводтың Кубаға, Сүриәгә продукция поставкалау тәжрибәһе бар.
2023 йылда предприятиела етештереү күләмен тағы ла 41 процентҡа арттырыу, 1416 автобетон бутағыс һәм 2 975 төрлө тағылма сығарыу күҙаллана. Бының өсөн өҫтәмә рәүештә металл ҡырҡыу буйынса лазер ҡорамалдары, һығылмалы һәм металл эшкәртеү станоктары һатып алынасаҡ.
Башҡортостан Башлығы Туймазы бетон ташыусы машиналар заводы коллективына һөҙөмтәле эшләгәндәре өсөн рәхмәт әйтте.
– Ябай булмаған иҡтисади шарттарҙа һеҙ предприятие үҫешенең бик яҡшы темптарына өлгәштегеҙ. Бының өсөн барлыҡ хеҙмәткәрҙәргә рәхмәт белдерәм! Һәм, әлбиттә, партнерыбыҙ – “КамАЗ”ға һәм уның генераль директоры Сергей Анатольевич Когогинҡа ҙур рәхмәт, – тине Радий Хәбиров. – 2023 йылда беҙ Туймазы заводы нигеҙендә ҙур технопарк асырға ниәтләйбеҙ. Был республиканың иң яҡшы индустриаль майҙансыҡтарының береһе буласаҡ.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.