Был ваҡиға 14 – 17 декабрҙә Өфөлә уҙасаҡ “Халыҡ-ара бизнес – 2022” форумында билдәле буласаҡ.
“Республикабыҙ өсөн был премия төбәк төҙөлөш ойошмаларын һәм торлаҡ комплекстарын бөтә илгә тағы бер тапҡыр күрһәтеү мөмкинлеген бирәсәк”, – ти Башҡортостандың төҙөлөш һәм архитектура министры Егор Родин.
Өфөнөң яңы төҙөлөш һәм биләмәләр үҫеше өлкәһендәге премияһы ошо министрлыҡ ярҙамында үткәрелә.
“Бөгөнгә премияла еңеүселәр билдәле. Баһа һөҙөмтәләрен беҙҙең бойондороҡһоҙ аудитор – “Ышаныс технологияһы” компанияһы тикшерҙе. Беҙ иң яҡшы объекттар һәм компанияларҙы “International Business Week” кеүек абруйлы майҙансыҡта иғлан итәсәгебеҙгә шатбыҙ”, – тине “Urban Awards Уфа”ның генераль директоры Ольга Хәсәнова.
Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайтынан.