Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
6 Декабрь 2022, 20:30

Хеҙмәттәшлек өсөн һәр саҡ асыҡбыҙ

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “Газпром газ-мотор яғыулығы” компанияһын ун йыллығы уңайынан ҡотланы.

Хеҙмәттәшлек өсөн һәр саҡ асыҡбыҙ
Хеҙмәттәшлек өсөн һәр саҡ асыҡбыҙ

Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Санкт-Петербургта “Газпром газ-мотор яғыулығы” компанияһының ун йыллығына арналған тантанала ҡатнашты.

“Беҙҙең ышаныслы хеҙмәттәште һәм шәхсән Һеҙҙе, хөрмәтле Виктор Алексеевич (“Газпром” йәмғиәтенең директорҙар советы рәйесе В.А. Зубков), хөрмәтле Денис Геннадьевич (“Газпром газ-мотор яғыулығы” компанияһының генераль директоры вазифаһын башҡарыусы), юбилейығыҙ менән ҡотлайым! Хеҙмәттәшлек һөҙөмтәһендә илебеҙҙәге “зәңгәр яғыулыҡ” баҙары үҫешенең киләсәген аныҡ күҙ алдына килтерәбеҙ. Беҙ компания менән һәйбәт конструктив мөнәсәбәттәр булдырғанбыҙ. Артабанғы хеҙмәттәшлек өсөн дә беҙ асыҡ һәм бөйөк илебеҙ хаҡына эшләргә әҙербеҙ”, – тине Радий Фәрит улы.

Фото: glavarb.ru.

Автор:Рәшит Кәлимуллин
Читайте нас: