Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
6 Декабрь 2022, 11:30

Кемдең ролигы иң уңышлыһы булыр?

25 декабргә тиклем финанс грамоталылығы буйынса “Пушкин белә!” тип исемләнгән Бөтә Рәсәй видеороликтар конкурсы үткәрелә.

Кемдең ролигы иң уңышлыһы булыр?
Кемдең ролигы иң уңышлыһы булыр?

Башҡортостандың Финанс министрлығы хәбәр итеүенсә, өлкән класс уҡыусылары һәм студенттар араһында финанс грамоталылыҡ кимәлен күтәреү маҡсатында Фәнни-тикшеренеү финанс институтының финанс грамоталылыҡ үҙәге менән Почта Банкы Рәсәйҙең Финанс министрлығы ярҙамында “Пушкин белә!” тигән конкурс үткәрә.

Унда “Пушкин карталары” булған 14 йәштән алып 22 йәшкә тиклемге өлкән класс уҡыусылары һәм студенттар ҡатнаша ала. Бының өсөн рус әҙәбиәте персонажы тураһында ҡыҫҡа ғына ролик төшөрөргә кәрәк, унда уның аҡса менән эш итеүе, шәхси финанс менән идара иткән сағында нимә дөрөҫ, нимә түгеллеге сағылырға тейеш.  Аҡса юғалмаһын өсөн геройға нимә эшләргә кәрәклеге тураһында финанс грамоталылыҡ тураһында заманса белемдең дә күренеүе мөһим. Видеоны оҙонлоғо бер минутҡа тиклем.

 - Финанс грамоталылыҡ уйланылған ҡарар ҡабул итергә, хәүефте кәметергә, үҙеңдең киләсәгеңде үлсәп планлаштырырға һәм финанс хәүефһеҙлекте күтәрергә булышлыҡ итә, - тине Башҡортостан Хөкүмәтенең Премьер-министр урынбаҫары – республиканың финанс министры Лира Иғтисамова.

 Видеоны 25 декабргә тиклем “Бәйләнеш”тә социаль селтәрендә үҙеңдең сәхифәңдә урынлаштырыу мөһим.

Конкурсты ойоштороусылар иң яҡшы 10 эште һайлап аласаҡ.  

Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайты.

Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас: