Башҡортостан Хөкүмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, республикабыҙҙың егермеләгән предприятиеһы Алжирға экспортты көйләргә әҙер.
– Әле Башҡортостан менән Алжир араһындағы тауар әйләнеше (экспорт) химия сәнәғәте тауарҙарын тәшкил итә, – тип һөйләй Башҡортостандың тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министры Маргарита Болычева. – Беҙ был ил менән сауҙа хеҙмәттәшлеген үҫтереү яғындабыҙ, ул экспорт ҡына түгел, ә импорт та буласаҡ, шулай уҡ уртаҡ инвестиция проекттарын тормошҡа ашырыу күҙаллана. Осрашыуҙа 18 предприятие ҡатнашты, барыһы ла бәйләнештәр булдырырға әҙер.
Рәсәйҙең Алжирҙағы сауҙа вәкиле Иван Налич әйтеүенсә, игендән тыш, иң кәрәклеләр исемлегендә нефть һәм газ секторы, химия сәнәғәте һәм тау байыҡтырыу сәнәғәте.
Фото: Башҡортостан Хөкүмәте.