Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
7 Декабрь 2022, 22:15

Егерменән ашыу илдән киләсәктәр

"Форум программаһына 54 сара индерелгән, унда 500-ҙән ашыу спикерҙың сығыш яһауы көтөлә”.

Егерменән ашыу илдән киләсәктәр
Егерменән ашыу илдән киләсәктәр

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров “Халыҡ-ара бизнес аҙналығы-2022" форумының программа конференцияһында ҡатнашты.

“Яңылыҡтар” Рәсәй мәғлүмәт агентлығының халыҡ-ара мультимедиа майҙансығында үткән был сарала төбәк һәм федераль кимәлдәге спикерҙар, шулай уҡ башҡа дәүләттәрҙән ҡунаҡтар ҡатнашты.

Башҡортостан Хөкүмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Андрей Назаров республикабыҙҙың илдең иҡтисади үҫеше буйынса бөтә мәсьәләләр теҙмәһен тикшереү менән ҡыҙыҡһынғандарҙы бер майҙансыҡҡа йыйған беренсе төбәк булыуын билдәләгән. Уның әйтеүенсә, 2007 йылда республикаға донъяның туғыҙ иленән һәм илдең 20 төбәгенән вәкилдәр килгәйне.

“Йылдар уҙыу менән әлеге сараның даирәһе киңәйә. Халыҡ-ара форум башланырға бер аҙна ҡалды, Өфө 15-се тапҡыр иҡтисади үҫеш буйынсы тәжрибә уртаҡлашырға ынтылған кешеләрҙең йыйыныу урынына әйләнәсәк. Программаға 54 сара индерелгән, унда 500-ҙән ашыу спикерҙың сығыш яһауы көтөлә”, – тине Андрей Назаров.

Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайты.

Автор:Рәшит Кәлимуллин
Читайте нас: