Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
7 Декабрь 2022, 22:45

Илле килешеү төҙөлә

“Халыҡ-ара бизнес аҙналығы-2022” форумын ойоштороу эштәре ҡаралды.

Илле килешеү төҙөлә
Илле килешеү төҙөлә

14-17 декабрҙә Өфөнөң “Торатау” конгресс-холында уҙасаҡ “Халыҡ-ара бизнес аҙналығы-2022” XV юбилей форумы сиктәрендә төрлө осрашыуҙар ҙа үтә.

Бөгөн Мәскәүҙә иһә ойоштороу эштәре буйынса фекер алыштылар. Шул иҫәптән унда ҙур проект хаҡында ла һүҙ булды. Сарала Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров та ҡатнашты.

“500-ҙән ашыу федераль һәм халыҡ-ара кимәлдә спикерҙар көтәбеҙ. 20 илдән өс мең самаһы ҡунаҡ киләсәк.

Мөһим ваҡиға сиктәрендә ҙур проекттар ҡараласаҡ, шул иҫәптән 50 килешеү төҙөлә. Уларҙың береһе Башҡорт ит компанияһы менән бәйле – һүҙ 25 миллиард һумлыҡ проект сиктәрендә агропарк төҙөү тураһында бара”, - тип форум эштәре менән таныштырҙы Андрей Назаров.

Фото: республика Хөкүмәте.

Автор:Рәмил МАНСУРОВ
Читайте нас в