“Башҡортостан генерациялау компанияһы” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте Ҡарман ГРЭС-ының 3-сө энергия блогын яңыртыу эштәрен тамамланы. Был проект йылылыҡ генерацияһын модернизациялау буйынса Президент программаһы ярҙамында тормошҡа ашырылды.
Әйтергә кәрәк, электр станцияһының 3-сө энергия блогы Рәсәйҙең берҙәм энергетика системаһында 50 йылдан ашыу эшләне һәм 83 миллиард кВт. сәғ. электр энергияһын етештерҙе. Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте күрһәтмәһе менән ул яңыртыласаҡ генерациялаусы объекттар исемлегенә индерелгәйне.
Модернизацияланғандан һуң энергия блогының ҡеүәте 13 МВт-ҡа артып, 316 МВт-ҡа тиклем етте. Ғөмүмән, башҡарылған эштәр ҡорамалдың ресурсын кәмендә 30 йылға һуҙырға һәм һөҙөмтәле аварияһыҙ эште тәьмин итергә мөмкинлек бирҙе.
Яңыртыу өсөн ҡулланылған барлыҡ ҡорамалдар ҙа үҙебеҙҙең илдә етештерелгән. Рәсәйҙең әйҙәүсе компанияларының береһе - «Интер РАО-Инжиниринг» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте модернизациялау проектының генераль подрядсыһы булды.
Яңыртыу сараларының беренсе өлөшө 2020 йылдың ноябрендә башланып, биш айҙан ашыу дауам итте. Икенсе этабы 2021 йылдың декабрендә старт алды, унда ла билдәләнгән эш күләме үтәлде.
Проектты тормошҡа ашырыу осоронда Ҡарман электр станцияһының инженер-техник хеҙмәте подрядсы ойошмалары хеҙмәткәрҙәре менән берлектә Башҡортостан генерациялау компанияһының инвестиция программаһына ингән өҫтәмә сараларҙы ла башҡарҙы. Был эш һөҙөмтәләренең береһе 3-сө энергия блогы генераторын яңыға, ҡеүәтлерәккә алмаштырыу булды.
Быйыл ноябрь башында Башҡортостан генерациялау компанияһы яңыртылған энергия блогында комплекслы һынау сараларын тамамланы.
Ҡарман ГРЭС-ындағы яңыртылған энергия блогын асыу сараһы тантаналы шарттарҙа үтте. Яңы объектты эшләтеп ебәреүгә фарманды Республикаға идара итеү үҙәгенән Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һәм "Интер РАО" акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры Борис Ковальчук бирҙе.
Станцияның үҙендә энергия блогын асыу тантанаһында "Башҡортостан генерациялау компанияһы" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең генераль директоры Виктор Лариошкин Һәм Башҡортостандың Сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министрының беренсе урынбаҫары Тимур Герасимов ҡатнашты.
Виктор Лариошкин үҙенең сығышында күләмле реконструкция эшенең һөҙөмтәлелеген, яңыртылған энергия блогының файҙаланыуға әҙер булыуын билдәләне һәм башҡа блоктарҙа ла ошо йүнәлештә алып барылған саралар хаҡында һөйләне. Шулай уҡ эште башҡарған подрядсы ойошмаларға Рәхмәт хаттары тапшырылды.
Бөгөнгө сара ҡатнашыусылар өсөн электр станцияһы буйлап экскурсия менән тамамланды.
Автор фотолары.