Өфөләге “ВДНХ ЭКСПО” күргәҙмәләр комплексында үткән “Төҙөлөштәге мәғлүмәт технологиялары. Башҡарыу документтарын электрон рәүештә алып барыу” тип исемләнгән конференцияла ҡатнашыусылар ошо өлкәләге көнүҙәк мәсьәләләр һәм төҙөлөштә IT-технологияларҙың үҫеш нөктәләре тураһында фекер алышты.
“IT-технологиялар төҙөлөш өлкәһенә ныҡлы үтеп инә бара. Һанлаштырыу бизнес-процестарҙы проектлау барышын да, төҙөлөш эшенә контролде лә байтаҡҡа тиҙләтә”, – тине төҙөлөш һәм архитектура министры вазифаһын башҡарыусы Егор Родин.
Башҡортостандың Төҙөлөш һәм архитектура министрлығы ойошторған конференцияла Төҙөүселәрҙең милли берекмәһе вәкилдәре, Дәүләт күҙәтеү комитеты һәм Дәүләт экспертизаһы, проект ойошмалары белгестәре, технологик заказсылар һәм башҡалар ҡатнашты.
Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайты.