Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
8 Декабрь 2022, 21:00

Яңы мәктәптәр төҙөләсәк

"Инвестиция сәғәтендә" тағы ниндәй проекттар ҡаралды? 

Яңы мәктәптәр төҙөләсәк
Яңы мәктәптәр төҙөләсәк

Бөгөн Республика йортонда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров сираттағы “Инвестиция сәғәте” кәңәшмәһен үткәрҙе. Сарала ҡатнашыусылар сәнәғәт һәм социаль өлкәләге яңы башланғыстарҙы тикшерҙе.

“РусГазДобыча” компанияһы генераль директорының власть органдары менән үҙ-ара эш итеү, бүлендек һәм бойондороҡло йәмғиәттәр менән эшләү буйынса урынбаҫары Виктор Будилов “Газпром нефтехим Салауат” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең ҙур инвестиция проекттары хаҡында һөйләне.

2023 йылда, мәҫәлән, заводта техник көкөрт етештереүҙе, шулай уҡ ҡеүәтен арттырып бензиндың каталитик риформинг ҡоролмаһын төҙөкләндереүҙе тамамлау планлаштырыла.

Бынан тыш, 2025 йылда предприятие йылына 45 мең тонна ҡеүәте менән суперабсорбциялаусы полимерҙар етештереүҙе эшләтеп ебәрәсәк. Уларҙы шәхси гигиена һәм медицина тауарҙарын етештереү өсөн файҙаланалар. Был БДБ территорияһында ошондай тәүге комплекс.

Виктор Будилов республикала булдырылған уңайлы инвестиция мөхитен билдәләне һәм төбәк етәкселеген 2023 йылда Салауат ҡалаһының юбилейы менән бергә билдәләнәсәк “Газпром нефтехим Салауат” предприятиеһының 75 йыллығына арналған сараларҙа ҡатнашырға саҡырҙы.

Республиканың инвестиция комитеты тәҡдим ителгән проекттарҙы хупланы.

– Һеҙгә һөҙөмтәле эшегеҙ өсөн рәхмәт белдерәм. “РусГазДобыча” компанияһының Башҡортостанда бик етди эш пландары бар, уларға ярҙам итергә әҙербеҙ, – тине Радий Хәбиров.

Туймазыла беркетеү изделиеларын эшләү буйынса цех асыу проекты менән “Империя плюс” компанияһы директоры Максим Варламов таныштырҙы.

Инвестор алдағы ике йылда саморездар һәм шөрөптәр етештереүҙе ойоштороуға 100 миллион һум һалырға ниәтләй. Уларҙы республика ҡулланыусыларына, атап әйткәндә, Башҡортостандың мебель кластеры предприятиеларына тәҡдим итәсәктәр. Метиздар эшләү өсөн компания ғәмәлдәге майҙансыҡта бүлмәләр бүләсәк.

Фекер алышыу йомғаҡтары буйынса проект өҫтөнлөклө статусына эйә булды. Ярҙам саралары сифатында инвесторға һалым льготалары бирелә. Бынан тыш, Башҡортостандың Сәнәғәтте үҫтереү фонды льготалы заём бүлә.

- Һеҙҙең кеүек йәштәрҙең сәнәғәт производствоһына барыуы бик ҡыуаныслы. Афариндар! Бындай проекттарға мотлаҡ ярҙам итербеҙ, – тине Радий Хәбиров.

“ПроШкола” компанияһының генераль директоры, ВЭБ.РФ бизнес-блокының башҡарма директоры Алиса Денисова концессия механизмын файҙаланып, социаль проект менән таныштырҙы. Һүҙ Башҡортостанда алты мәктәп төҙөү хаҡында бара. Шуларҙың 3 675 кеше һыйҙырышлы өсәүһен Өфөлә төҙөү күҙаллана. Бынан тыш, уҡыу йорттары Өфө районының Шмидтов ауылында (640 урынлыҡ мәктәп һәм 125 урынлыҡ балалар баҡсаһы), Нефтекамала (1225 урынлыҡ мәктәп) һәм Стәрлетамаҡта (1 000 урынлыҡ мәктәп) барлыҡҡа киләсәк.

Проект Рәсәй Хөкүмәте ярҙамында тормошҡа ашырыла. Уның бойороғо менән “ПроШкола” компанияһы илдә яңы белем биреү учреждениеларын булдырыу буйынса инвестиция проекттарын тормошҡа ашырыу өсөн концессионер итеп билдәләнгән.

Республиканың инвестиция комитеты тәҡдим ителгән башланғыстарҙы хупланы. Башҡортостан Башлығы компания вәкилдәрен 14-16 декабрҙә уҙасаҡ Халыҡ-ара бизнес аҙналығына саҡырҙы.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: