Күмертауҙа йәшәгән йәш эшҡыуар Диана Ибраһимова бахила етештереүгә 500 мең һумлыҡ грант отто. Средстволар “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проектына ярашлы бүленде.
Диананың әйтеүенсә, бахила етештереү идеяһы 2019 йылда уҡ тыуа, сөнки Ибраһимовтар ғаиләһе ҡалала стоматология үҙәге тота, бахилаға мохтажлыҡ булыуы көн кеүек асыҡ.
“Диана Ибраһимова эшҡыуар табиптың ҡыҙы, ғаилә бизнесы эшҡыуарлыҡта айырым урын алып тора, – тип хәбәр итә ҡала хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте. – Уның нигеҙендә үҙ-ара ярҙам, эшеңә тоғролоҡ, тотороҡлолоҡ ята.”
Грант алыу һөҙөмтәһендә Дианаға етештереү күләмен арттырырға мөмкинлек тыуған, хәҙер айына 100 мең бахила етештерелә. “Күмертауҙағы бөтә шәхси медицина учреждениеларын тәьмин итәбеҙ, шулай уҡ башҡа ҡалаларҙағы ойошмаларҙы ла. Киләсәктә дәүләт учреждениеларын контракт нигеҙендә тәьмин итергә уйлайбыҙ”, – ти Диана Ибраһимова.
“Көнүҙәк проблемаларҙы хәл итеүҙә ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә логистиканы ҡора алған шәхси бизнес булышырға, яңы поставщиктар табырға, ихтыяжға эйә продукция етештереүҙе үҫтерергә тейеш”, – тип белдергәйне ил етәксеһе 2022 йылдағы кәңәшмәләрҙең береһендә.
Рәсәй Президенты Владимир Путин “май” указдарында 2024 йылға бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ өлкәһендә шөғөлләнеүселәр һанын арттырыу, шәхси эшҡыуарҙарҙы ла индереп, уларҙың һанын 25 миллионға еткереү һәм уларға ярҙам итеү бурысын ҡуйҙы.
Фото:BashNews