"Халыҡ-ара бизнес аҙнаһы-2022” ХV форумы Шанхай ойошмаһы Эшлекле советы ярҙамында уҙғарыла. Ошо йәмғиәттең башҡарма секретары Сергей Канавский Өфөлә үтәсәк форумдың бурыстары хаҡында һөйләне.
Уның әйтеүенсә, бизнес аҙнаһында ил, халыҡ-ара кимәлдә ҡыҙыҡлы аныҡ проекттарҙы күрһәтеү, улар буйынса фекер алышыу мөмкинлеге буласаҡ. Бының өсөн ШОС-тың Эшлекле советы бизнес берләшмәләре вәкилдәре араһында тура бәйләнеш булдырырға ярҙам итәсәк.
“Эшлекле совет структуралары ҡарамағында Өфөлә ниндәйҙер майҙансыҡ төҙөү ҡарала. Ул Башҡортостандағы эшмәкәрлеккә ярҙам итергә, халыҡ-ара кимәлгә сығарырға булышлыҡ ҡыласаҡ. Төбәк Хөкүмәте Ҡаҙағстан, Төркиә, Белоруссия, Индонезия һәм башҡа дәүләттәр менән хеҙмәттәшлек итә. Әлеге майҙансыҡҡа төрлө илдәрҙең бизнес берләшмәләре вәкилдәре үҙ тәҡдимдәре менән килә аласаҡ, һорағандарға тейешле ярҙам күрһәтеләсәк, проекттар тураһында мәғлүмәт биреләсәк”, – тине Сергей Канавский.
Шулай итеп, Өфөлә бизнес өсөн терәк майҙансыҡ формалаша, ул башҡа дәүләттәр вәкилдәре менән бергә бизнесты үҫтереү мөмкинлеген асасаҡ.
Фото: "Башинформ".