Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
10 Декабрь 2022, 18:00

Яңы партнерҙар таптыҡ

Санкциялар иҡтисадта яңы мөмкинлектәрҙе ҡулланыуға юл асты.

Яңы партнерҙар таптыҡ
Яңы партнерҙар таптыҡ

Был хаҡта республика Башлығы Радий Хәбиров "Вместе: РФ" телекомпанияһына биргән интервьюһында белдерҙе.

"Санкцияларҙың иҡтисадҡа етди йоғонто яһауын кире ҡаҡмайым. Ләкин предприятиелар менән берлектәге эш, Рәсәй Хөкүмәтенең ярҙам саралары арҡаһында хәлдең тотороҡлолоғон һаҡлап киләбеҙ. Донъя ҙур, тиҙ генә яңы партнерҙар таптыҡ. Ни өсөн һуң был мөмкинлектәрҙе элек ҡулланманыҡ, тип үҙебеҙгә һорау бирәбеҙ. Эргәбеҙҙә туғандаш партнерҙары бар, мәҫәлән, Беларусь. Һуңғы осорҙа Белоруссия етәкселеге, предприятиелары менән бәйләнеш бер нисә тапҡыр артты. Өфө эргәһендә Белоруссияның ҙур предпрятиеһы төҙөлә, МАЗ вәкиллеген дә астыҡ. Эргәлә Үзбәкстан, Ҡаҙағстан, улар ҙа ыңғай мөнәсәбәттә. Беҙ барлыҡ аҙымдарыбыҙҙы ла яһап бөтмәнек, бергә эшләйһе кешеләребеҙ бар әле”, - тине Башҡортостан Башлығы.

Фото: "Башинформ".

Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас: