"Халыҡ-ара бизнес аҙнаһы" форумына ярашлы илленән ашыу сара үтәсәк, унда 20-нән күберәк илдән 500-ҙән ашыу федераль һәм халыҡ-ара вәкилдәр сығыш яһаясаҡ. Сараның генераль партнеры — "Башҡорт сода компанияһы" асыҡ акционерҙар йәмғиәте.
Традиция буйынса, форумда "ТЭФИ-Капитал" Рәсәй телевизион премияһы лауреаттарының исемдәре иғлан ителәсәк. Быйыл конкурста иҡтисад, бизнес, эшҡыуарлыҡ буйынса 150-нән ашыу эш башҡарылған, шуларҙың 135-нә ҡатнашырға рөхсәт ителгән.
Иҡтисади мәсьәләләргә һәм эшҡыуарлыҡ алып барыуға арналған эштәр абруйлы эксперт советы тарафынан баһалана, уның составына "Московский комсомолец" гәзитенең баш мөхәррире Павел Гусев ингән. Йәнә тапшырыуҙар алып барыусы, дәүләт, йәмәғәт, сәйәси эшмәкәр Оксана Пушкина, "Бизнес ФМ" радиоһы күҙәтеүсеһе Михаил Сафонов, "Бизнес Ньюс медиа" асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры, "Ведомости" гәзите нәшриәтсеһе Михаил Нелюбин, Рәсәй телевидениеһы академияһы ағзаһы, теле- һәм кинопродюсер Александр Олейников, Рәсәй телевидениеһы академияһы ағзаһы, юғары иҡтисад мәктәбенең элемтә, киң мәғлүмәт саралары һәм дизайн факультеты деканы, профессор Андрей Быстрицкий бар.
- "TЭФИ-Капитал" премияһы иҡтисад һәм ауыл хужалығын үҫтереү өлкәһендә журналистика менән шөғөлләнеүселәр өсөн мөһим сараларҙың береһе тип иҫәпләйем. Бизнес-журналистика — ҡатмарлы тармаҡ, ул үҙ төшөнсәләре менән теүәл булырға тейеш. Йылдың иң яҡшы әҫәрҙәре наградаға лайыҡ. Өфөлә иҡтисад бик ҡеүәтле, башланғыстар көслө, уларҙы бөтә Рәсәйҙә беләләр. Башҡортостан Республикаһы етәкселеге, Радий Хәбиров һәм уның командаһы халыҡтың, бизнестың именлеге юғары кимәлдә булһын өсөн барыһын да эшләй. Быны әлеге сараның Өфөлә үтеүе лә раҫлай", — тине Павел Гусев.
Ойоштороу комитеты билдәләүенсә, Башҡортостан һәр ваҡыт ҡунаҡсыллығы, тәмле ризығы, әлбиттә, изге күңелле кешеләре менән данлы.
Тапшырыуҙы форум сайтында ҡарарға мөмкин буласаҡ: https://ibw-bashkortostan.com
Фото: "Башинформ".