Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
12 Декабрь 2022, 14:25

Башҡортостандағы үҙәктең үҙенсәлекле концепцияһы бар

Халыҡ-ара эшҡыуарлыҡ аҙнаһының төп сараларының береһе “Төбәк иҡтисадына һәм ҡала хужалығына идара итеүҙе һанлаштырыу” стратегик сессияһы була. 

Башҡортостандағы үҙәктең үҙенсәлекле концепцияһы бар
Башҡортостандағы үҙәктең үҙенсәлекле концепцияһы бар

Уны Рәсәй Төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы ҡарамағындағы “Аҡыллы ҡала” эш төркөмө ойоштора. Майҙансыҡта Башҡортостандың төбәккә идара итеүҙең мультифункциональ үҙәге эшен өйрәнәсәктәр.

Секцияла Рәсәйҙең төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры урынбаҫары Константин Михайлик һәм Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров ҡатнашыр тип көтөлә. Модератор – “Эшҡыуарлыҡ үҫеше милли агентлығы” генераль директоры, Һанлы иҡтисад үҫеше фондының эшҡыуарлыҡтың һәм дәүләт идара итеүенең һанлы трансформацияһы компетенциялары үҙәге директоры Юлия Алферова.

“Ҡайһы бер төбәктәрҙә  төбәккә идара итеүҙең  мультифункциональ  үҙәктәре эшләй. Башҡортостанда ошондай үҙәктең үҙенсәлекле концепцияһы бар. Ул иҡтисади-аналитик блок һәм стратегик эшләнмәләр булышлығында идара итеүҙең һөҙөмтәлелеген, төрлө һанлы ҡарарҙарҙы сафҡа индереү сифатын күтәреүҙе күрһәтә. Был тәжрибә барлыҡ төбәктәргә лә файҙа килтерергә һәм миҫал булырға мөмкин. Быны нисек эшләү тураһында стратегик сессияла һөйләнеләсәк”, - тип белдерҙе Юлия Алферова.

Эксперттар шулай уҡ “Аҡыллы ҡала” ведомство проектының тормошҡа ашырылыш барышы һәм башҡалар тураһында фекер алышасаҡ.

Андрей Назаров Башҡортостандағы дәүләт идара итеүе һәм ҡала мөхите үҫеше өлкәләрендә һанлы трансформация стратегияларын тормошҡа ашырыу тураһында һөйләйәсәк.

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас: